Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӘҮЛӘТКИЛДЕЕВ Ҡ. ИСЕМЕНДӘГЕ ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ ГИМНАЗИЯ- ИНТЕРНАТЫ

Просмотров: 1361

ДӘҮЛӘТКИЛДЕЕВ Ҡ. ИСЕМЕНДӘГЕ ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТЫ, һынлы сәнғәт фәндәрен төплө өйрәнеү б‑са дөйөм белем биреү учреждениеһы. Өфөлә урынлашҡан. 1961 й. 4‑се тулы булмаған урта мәктәп-интернат булараҡ асыла, 1965 й. алып Респ. урта һынлы сәнғәт мәктәп-интернаты, 1994 й. — Ҡ.Дәүләткилдеев ис. Респ. һынлы сәнғәт гимназия-интернаты. 4‑се класты тамамлаған балалар конкурс б‑са ҡабул ителә. Һынлы сәнғәт, биҙәүҡулланма сәнғәте, материалдарҙы нәфис эшкәртеү оҫтаханалары, компьютер һәм нәфис производство графикаһы, сәнғәт тарихы кабинеттары, “Ҡояшҡай” галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), спорт, тантаналар, уҡыу залдары, китапханаһы, дөйөм ятағы һ.б. бар. Уҡыусыларҙың ғилми йәмғиәттәре, түңәрәктәр, ш. иҫ. башҡ. шиғриәтен һөйөүселәр түңәрәге; “Вдохновение” йыр, “Мираҫ” фольклор, бейеү ансамблдәре эшләй. Гимназия м‑н БАССР һәм РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы М.Д.Йосопов (1958—87 йй. дир.), БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы, РФ‑тың почётлы дөйөм белем биреү хеҙм‑ре Р.Р.Фәтихов (1994—2011 йй. дир.) БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы Г.Х.Садиšова (2011 й. алып дир.) эшмәкәрлеге бәйле. Уҡыу йортонда 61 уҡытыусы һәм тәрбиәсе эшләй, уларҙың күбеһенең почётлы исемдәре бар. Гимназияны 3 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2014), улар араһында Л.Н.Ғәлиева, Ф.А.Исмәғилев, Р.Р.Ҡадиров, Р.М.Маскулов, В.А.Мельников, Ф.С.Нуриәхмәтов, Л.З.Рәхмәтуллина, Х.С.Фазылов. Уҡыусылары араһында 2 РФ Президентының “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендәге пр. (2007, 2008; Мәскәү), 5 К.Дегтярёв иҫтәлегенә “Һәләтле балалар” коммерцияға ҡарамаған хәйриә фонды пр. (2004, 2011; Өфө), 23 халыҡ-ара, 39 бөтә Рәсәй, 5 төбәкара, 132 респ. ижади конкурстар һәм күргәҙмәләр лауреаты бар (2004—10). Уҡыусыларҙың ижади эштәре Рәсәйҙә, Германияла, Ҡытайҙа, Финляндияла, Һиндостанда һ.б. һынлы сәнғәт күргәҙмәләрендә ҡуйыла. Башҡорт дәүләт университеты, Иҡтисад һәм сервис университеты, Мәғарифты үҫтереү институты, Нефть техник университеты, Педагогия университеты (гимназияла графика б‑са белем биреү ғилми-тикшеренеү лаб. филиалы эшләй), БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы (ҡара: Стәрлетамаҡ педагогия академияһы), Сәнғәт академияһы, ЮНЕСКО һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. 1995 й. алып гимназияла Ҡ.С.Дәүләткилдеев ис. призға балалар һүрәте конкурсы уҙғарыла.

Әҙәб.: Ассоциированные школы ЮНЕСКО и их роль в решении вопросов образования в интересах устойчивого развития. М., 2007; Образовательная среда Республики Башкортостан в контексте мирового Юнесковского движения. Уфа, 2010.

Р.Р.Фәтихов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019