Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НӘФИС ФИЛЬМ

Просмотров: 1750

НӘФИС ФИЛЬМ, сценарийҙы актёрҙар уйыны, режиссура, оператор сәнғәте, художество‑декоратор, композитор ижады һ.б., ш. уҡ графикалы һәм күләмле мультипликация (ҡара: Анимация киноһы) саралары ярҙамында кинематографик һынландырыу юлы м‑н ижад ителгән киносәнғәт төрө. Н.ф. жанрҙары: боевик, детектив, драма, кинокомедия, мелодрама, тарихи, хәрби һ.б. Башҡортостанда тәүге Н.ф. 1915 й. Л.Н.Толстойҙың “Кешегә күпме ер кәрәк” (“Много ли человеку земли нужно”) хикәйәһе б‑са (сценарий авторы һәм реж. В.Р.Гардин) төшөрөлә, экрандарға 1916 й. сыға, әлеге көндә һаҡланмаған, һүрәтләүҙәр б‑са билдәле (ҡара: Башҡортостан кино сәнғәтендә). “Салауат Юлаев” фильмы (сценарий авторҙары С.П. Злобин м‑н Г.С.Спевак, операторы А.В.Шеленков; “Союздетфильм” к/ст) — республика, башҡорттар һәм уларҙың героик тарихы т‑дағы тәүге фильм, ул 1941 й. Я.А.Протазанов тарафынан төшөрөлә. “Рядовой Александр Матросов” фильмында (1947; сценарий авторы Г.Д.Мдивани, реж. Л.Д.Луков, операторы А.И.Гинцбург; “Союздетфильм” к/ст) Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары сағылған. 1959 й. Свердловск к/ ст беренсе фильм-балет – “Сыңрау торна” балетының нәфис киноверсияһы (сценарий авторы Ә.Һ.Бикчәнтәев, реж. О.П.Николаевский, Э.А.Пенцлин, Ф.Ә.Ғәскәров либреттоһы) төшөрөлә; һуңынан М.Кәримдең Ай тотолған төндә” трагедияһы б‑са “Ай тотолған төндә” (“В ночь лунного затмения”) тарихи драмаһы (1978; сценарий авторы В.И.Валуцкий, реж. Б.Ц.Халзанов, операторы В.Л. Осенников) донъя күрә. Башҡ. риүәйәттәре һәм легендалары мотивтары б‑са төшөрөлгән “Алтын атлы һыбайлы” (“Всадник на золотом коне”) фильмында (1980; сценарий авторы В.С. Виткович, реж. В.Н. Журавлёв, операторы Н.И. Большаков; “Мосфильм” к/ст) ҙур уңышҡа ирешә. 1972 й. Башҡ‑н ТВ‑нда (ҡара: “Башҡортостан”) Ә.Ғ. Абдразаҡовтың тәүге — “Өмөт” нәфис телевизион фильмы (сценарий авторы Ғ.Ш. Имаев, операторы И.Һ.Ғәлиуллин), беренсе күп сериялы башҡ. Н.ф.: Я.Х. Хамматовтың “Бөртөкләп йыйыла алтын” романы б‑са ш. уҡ исемле нәфис фильм (1979; сценарий авторы Хамматов), Ғ.Ғ. Ибраһимовтың “Кинйә” романы б‑са ш. уҡ исемле нәфис фильм (1988; сценарий авторы Ф.Ғ.Бейешев, операторы Р.Ғ.Биккенин) төшөрөлә. “Һарығолаҡ” (1990, 1995; сценарий авторы Р.Ғ.Өмөтбаев, реж. Ә.Ә.Нурмөхәмәтов, операторы Р.Р. Хәйруллин), “Ай ҡыҙы” (2001, 2002; сценарий авторы Ф.М.Бүләков, реж. Нурмөхәмәтов, операторҙары Хәйруллин, У.М.Ғатауллин) телесериалдары, йәштәр араһында наркоманияға һ.б. асоциаль күренештәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән беренсе Н.ф. – 3 сериялы “Ул ваҡытта башҡалар киләсәк” (“И тогда придут другие...”) соц. драмаһы (2009; сценарий авторы В.Е. Лучинкин, реж. В.Сәйетғәлиев, операторҙары С.В.Авдонин, Д.Б. Ғәйетҡолов) донъя күрә. “Башҡортостан” к/ст ойошторолғандан һуң “Быяла юлсы” (сценарий авторҙары А.А.Аҡманов, Б.Т. Йосопов, реж. Йосопов, операторы Р.М. Исхаҡов), “Ике алыҫ — яҡын ҡыш” (“Две далёкие — близкие зимы”; сценарий авторҙары Р.Й.Ҡобаев, Р.К. Ямалиев, реж. И.Ғ. Исламғолов, операторы Н.Г. Гайл; икеһе лә — 1996), “Башватҡыс” (“Головоломка”, 2000; сценарий авторы Н.С. Истомин, реж. А.И. Йомағолов, операторы Исхаҡов), “Төндә мөмкин” [“Ночью можно”, 2004; сценарий авторы А.В.Истомина, реж. Йомағолов, операторы Ғәйетҡолов; Халыҡ-ара “Сталкер” кеше хоҡуҡтары т‑дағы фильмдар фестивале (Мәскәү), “Пролог” студенттар кинофестивале (Киев), “Алтын мөнбәр” (“Золотой минбар”) мосолман киноһы кинофестивале (Ҡазан, 2005) лауреаты] ҡыҫҡа метражлы фильмдар; “Ауыл өҫтөндә йәйғор” [2001; сценарий авторҙары Аҡманов, З.Д.Бураҡаева, М.С.Бураҡаева, С.Ә. Вәхитов, Йосопов, реж. Йосопов, операторы Исхаҡов; “Изге Анна” (“Святая Анна”) Рәсәй студент һәм дебют фильмдары конкурсы дипломанты, Мәскәү], “Сөмбөлдөң етенсе йәйе” (2002; сценарий авторы М.М. Тимербулатов, Йосопов, реж. Йосопов, операторы А.Е.Лесников; “Сталкер” Халыҡ-ара хоҡуҡ һаҡлау кинофестивале дипломанты, Мәскәү), “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” (2005; сценарий авторы Тимербулатов, Йосопов, реж. Йосопов, операторҙары Р.И. Килмәмәтов, Б.А.Шапиро) һ.б. тулы метражлы фильмдар төшөрөлә. 2007 й. алып киностудия цифр форматында Н.ф. ижад итә башлай: “Рәхмәт” (2007; сценарий авторҙары Т.Д. һәм З.Д. Бураҡаевалар, реж. Ә.С.Райбаев, операторы И.Ф.Ишаев), “Минең йондоҙом” (сценарий авторы З.Д. Бураҡаева, реж.__ Т.Д.Бураҡаева, операторы Т.Р.Ғәниев), “Елғыуар” (“Ловец ветра”; сценарий авторҙары Аҡманов, А.Ф.Чернышов, реж. Йомағолов, операторы Исхаҡов; икеһе лә — 2010). 2004 й. башлап Vista Vision Өфө студияһы ш. уҡ Н.ф.: РФ‑тың халыҡ артисы А.И. Булдаков ҡатнашлығында “Айыу” (“Медведь”, 2005; сценарий авторы Лучинкин, реж. Йосопов, операторы Авдонин), РФ‑тың атҡ. артисы С.А. Селин ҡатнашлығында “Арҡайым сере” (“Тайна Аркаима”; “БеКаС” Продакшн үҙәге м‑н берлектә, 2006; сценарий авторы Бүләков, реж. Йосопов, операторы Авдонин) телесериалдарын төшөрә.

Р.А.Исмәғилев

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: