Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“АҒИҘЕЛ”, кинофотоклуб

“АҒИҘЕЛ”, кинофотоклуб. 1976 й. Өфөлә Халыҡ ижады үҙәге эргәһендә ойошторола. 1979 й. “халыҡ” исемен ала. “А.” БР-ҙың 60‑тан ашыу кинофотоклубын, ш. иҫ. “Зёрнышко”, “Ҡармасан”, “Урал” һ.б. берләштерә. “А.” — Башҡ. фотографияһы көндәрен (Мәскәү, 1979, 1995, 1997, 1999; Чита ҡ., 1985; Дрезден ҡ., Германия,...

“БАШКИНОВИДЕОПРОКАТ”

  “БАШКИНОВИДЕОПРОКАТ”, Башҡортостан дәүләт ижади‑производство идаралығы, БР‑ҙың кино селтәре м‑н етәкселек итә, уны техника м‑н тәьмин итеүҙе тормошҡа ашыра, халыҡҡа кино күрһәтеүҙе ойоштора, кинофильмдар, видеокассеталар һатып алыу һәм прокатҡа сығарыу, киновидеофильмдарҙы теркәү, киновидео- эшмәкәрлекте...

“БАШҠОРТОСТАН”, киностудия

“БАШҠОРТОСТАН”, киностудия. Өфөлә урынлашҡан. 1990 й. ойошторола, 2018 й. Ә.Ғ.Абдразаҡов исеме бирелә. Тәүҙә киностудияла документаль кино төшөрөлә. 1990—2010 йй. 40‑тан ашыу документаль фильм төшөрөлгән: “Республика йылъяҙмаһы” (“Хроника Республики”; 1990, сценарий авторы М.М.Зарипов, реж. Абдразаҡов,...

“ЗЁРНЫШКО”, киностудия

“ЗЁРНЫШКО”, Мәләүез ҡала мәҙәниәт һарайы эргәһендәге киностудия. 1975 й. кино төшөрөүсе һәүәҫкәрҙәр түңәрәге булараҡ ойошторола, 1978 й. хәҙ. статусын һәм “халыҡ” исемен йөрөтә. 1975—2010 йй. 80‑дән ашыу документаль фильм төшөрөлә: “Председатель меридианы” (“Председательский меридиан”, сценарисы һәм...

“ИКАР”, кинокомплекс

“ИКАР”, кинокомплекс, ЯСЙ. 1988 й. Ишембай ҡ. кинотеатр булараҡ асыла, 2002 й башлап кинокомплекс, 2013 й. алып эшләмәй. 3 тамаша залы (урындарҙың дөйөм һаны 360), 2 киноаппарат бүлмәһе, кафе‑ һәм кинобарҙар, бильярд бүлмәһе булған. 2010 й. 8370 киносеанс үткәрелгән (50 меңдән ашыу тамашасы). “И.” кинолекторийҙар,...

“ИСКРА”, кинокомплекс

“ИСКРА”, кинокомплекс, ЯСЙ. 1970 й. Өфөлә кинотеатр булараҡ асыла, 1999 й. хәҙ. статусын ала. 7 тамаша залы (урындарҙың дөйөм һаны 1169), 3 киноаппарат бүлмәһе, бар, кафе, ресторан бар. 2010 й. 7717 киносеанс үткәрелгән. “И.” төрлө хәйриә һәм реклама акциялары уҙғарыла. Кинокомплекс бинаһы архитектура...

“ИСКРА”, кинотеатр

“ИСКРА”, кинотеатр. Стәрлетамаҡ ҡ. урынлашҡан. 1966 й. асыла. 500 урынлыҡ тамаша залы, киноаппарат бүлмәһе, кафе‑бары бар. 2010 й. 2 меңдән ашыу киносеанс (42 меңдән ашыу тамашасы) үткәрелгән. “И.” кинолекторийҙар, кинофестивалдәр, ижади осрашыуҙар, төрлө конференциялар, тематик фильмдар күрһәтеүҙәр...

“ҠАРМАСАН”, киностудия

“ҠАРМАСАН”, Благовар район мәҙәниәт йорто эргәһендәге киностудия. 1979 й. кино төшөрөүсе һәүәҫкәрҙәр түңәрәге булараҡ ойошторола, 1985 й. алып хәҙ. статусын һәм “халыҡ” исемен йөрөтә. 30‑ҙан ашыу документаль фильм төшөрөлә: “Ат көсө” [“Лошадиная сила”, 1983; сценарисы һәм реж. Х.Х.Ишмөхәмәтов, операторы...

“МЕТАЛЛУРГ”, кинотеатр

“МЕТАЛЛУРГ”, кинотеатр. Белорет ҡ. урынлашҡан. 1954 й. асыла. 2006—12 йй. капиталь ремонтҡа ябыла. 3D ҡорамалы булған 250 урынлыҡ тамаша залы, кинобары, рестораны бар. 2013 й. 2535‑тән ашыу киносеанс үткәрелгән (яҡынса 60 мең тамашасы). Рәсәй һәм башҡ. киноһы көнө сиктәрендә саралар, тематик кисәләр...

“МИР КИНО”, кинотеатр

“МИР КИНО” (“Кино донъяһы”), кинотеатр. Бәләбәй ҡ. урынлашҡан. 1989 й. “Мир” булараҡ асыла, 2012 й. хәҙ. исемен ала. 150‑шәр урынлыҡ 2 кино залы (2012 й. уларҙың береһендә 3D ҡорамалы ҡуйылған), фойеһы, 2 киноаппарат бүлмәһе бар. 2012 й. 3015‑тән ашыу киносеанс үткәрелгән (яҡынса 25 мең тамашасы). “М.к.”...

“ОКТЯБРЬ”, кинотеатр

“ОКТЯБРЬ”, кинотеатр. Нефтекама ҡ. урынлашҡан. 1983 й. асыла. 800 урынлыҡ кино залы, 30 урынлыҡ бәләкәй залы, 2 фойеһы, кино аппараттары бүлмәһе, кафеһы, суши‑бары, балалар өсөн уйын майҙансығы бар. 2013 й. цифрлы 3D ҡорамалы ҡуйылған. 2012 й. 1825‑тән ашыу киносеанс үткәрелгән (13 меңдән ашыу тамашасы)....

“ПОБЕДА”, кинокомплекс

“ПОБЕДА”, кинокомплекс, ЯСЙ. 1948 й. Өфөлә кинотеатр булараҡ асыла, 2000 й. хәҙ. статусын ала. 368 урынлыҡ кинозалы, заманса ҡорамалы булған киноаппарат бүлмәһе, холы, бары, кафеһы бар. 2007 й. 2800 киносеанс үткәрелгән (170 меңдән ашыу тамашасы). “П.” эргәһендә 2000 йй. башына тиклем киноуниверситет,...

“РОДИНА”, кинотеатр

“РОДИНА”, кинотеатр. Өфөлә урынлашҡан. 1953 й. асыла. 2 кинозалы (урындарҙың дөйөм һаны — 426), фойеһы, 2 киноаппарат бүлмәһе, бары, кафеһы бар. Кинотеатр эргәһендә 1969—79 йй. халыҡ ун‑ты эшләгән. 2007 й. 4380 киносеанс үткәрелгән (140 меңдән ашыу тамашасы). “Р.” башҡ., Рәсәй, сит ил фильмдары күрһәтелә,...

“ФОНТАН”, кинотеатр

“ФОНТАН”, кинотеатр. Октябрьский ҡ. урынлашҡан. 1960 й. асыла, 2015 й. алып “Башҡортостан” к/ст филиалы. 2 тамаша залы (урындарҙың дөйөм һаны — 300), 2 киноаппарат бүлмәһе бар. 2016 й. 1159 киносеанс үткәрелгән (16 меңдән ашыу тамашасы). “Ф.” кинофестивалдәр, кинобайрамдар, хәйриә сеанстары, мәктәп...

АНИМАЦИЯ КИНОҺЫ

АНИМАЦИЯ КИНОҺЫ, мультипликация киноһы, әҫәрҙәре һүрәттәрҙе һәм күләмле композицияларҙы фазалап төшөрөү ысулы м‑н ижад ителгән киносәнғәт төрө. Анимация төрҙәре: һүрәтле, күләмле (ҡурсаҡтар м‑н), күләгәле, күсереп йөрөтөүле, ш. уҡ компьютер графикаһы. Башҡортостанда тәүге анимация фильмын 1967 й. Ә.М.Вәлиев...

АНОЩЕНКО Николай Дмитриевич

АНОЩЕНКО Николай Дмитриевич (25.10.1894, Белгород ҡ. — 14.12.1975, Мәскәү), кинорежиссёр, кинооператор, сценарист. Проф. (1940). Юғары хәрби осоусылар мәктәбен (Петроград, 1916), Дәүләт кинематография техникумын (Мәскәү, 1927) тамамлаған, 1925—27 йй. Германияла кино техникаһын өйрәнә. 1909—24 йй. авиацияла...

БАШҠОРТОСТАН КИНО СӘНҒӘТЕНДӘ

БАШҠОРТОСТАН КИНО СӘНҒӘТЕНДӘ. Башҡортостан ватан кинематографистар иғтибарын үҙенең тарихы м‑н дә, тәбиғәте м‑н дә һәр саҡ йәлеп итә. 1909 й. “Урал күренештәре” (“Виды Урала”) тип аталған тәүге документаль фильм (ҡара: Документаль кино) төшөрөлә. 1915 й. Л.Н.Толстойҙың “Кешегә күпме ер кәрәк” (“Много...

БИКБУЛАТОВ Ғәлимнур Хөснийәр улы

БИКБУЛАТОВ Ғәлимнур Хөснийәр улы [21.10.1925, БАССР-ҙың Өфө кантоны Янағош а. (БР‑ҙың Мишкә р‑ны) — 16.12.1996, Өфө], диктор, актёр. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1979). Башҡ. театр.‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1949; Х.Бохарский курсы) Борай, Баймаҡ колхоз‑совхоз театрҙары, БАДТ актёры. 1957—97 йй....

БОЛТНЕВ Андрей Николаевич

БОЛТНЕВ Андрей Николаевич (5.1.1946, Өфө — 12.5.1995, Мәскәү), актёр. Ташкент театр-художество ин‑тын тамамлаған (1985). 1973 й. алып Уссурийск, Майкоп, Новосибирск ҡҡ. драма театрҙарында, 1985 й. — Вл. Маяковский ис. Мәскәү театрында эшләй. Б. ижадында драматик пландағы ролдәр мөһим урын алып тора;...

ВӘЛИЕВ Әлфәт Мирсәйет улы

ВӘЛИЕВ Әлфәт Мирсәйет улы (3.12. 1938, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Яңы Туҡмаҡлы а.), кинооператор. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1983). Фоторәссамдар союзы ағзаһы (1997). “Мосфильм” к/ст эргәһендәге оператор оҫталығы курстарын (1988; етәксеһе П.Н.Кузнецов) тамамлаған. 1960 й. алып шымартыусы, бер үк...