Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХИМИК ТЕРМОДИНАМИКА

Просмотров: 1008

ХИМИК ТЕРМОДИНАМИКА, химик системаларҙың (газ хәлендәге, шыйыҡ һәм ҡаты матдәләр, эретмәләр һ.б.) һәм процестарҙың (реакциялар, фаза үҙгәрештәре һ.б.) термодинамик үҙсәнлектәрен өйрәнгән физик химия бүлеге. Х.т. һығымталары һәм ысулдары сиктәш белем тармаҡтарында (физика, йылылыҡ энергетикаһы, геология, геохимия, биология һ.б.), химия, нефтехимия, металлургия, яғыулыҡ һ.б. сәнәғәт тармаҡтарында ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ҡулланыла. Тигеҙләнешле Х.т. бүлектәре: феноменология, эретмәләр, өҫкө йөҙ күренеш­тәре термодинамикаһы, термохимия, фазалы һәм гетерогенлы тигеҙләнеш теорияһы. 20 б. уртаһынан тигеҙләнешһеҙ процестар, статистик һәм юғары т-ралы химик реакциялар термодинамикаһы үҫеш ала. Х.т. термодинамик системаларҙың типтары (гетероген, гомоген, ябыҡ, изоляцияланған, асыҡ),хәл параметрҙары (баҫым, т-ра, күләм, матдә миҡдары), термодинамик функциялар (Гиббс энергияһы, Гельмгольц энергияһы, энтальпия, эске энергия, энтропия), хәл, Гиббс тигеҙләмәләре т-дағы төшөнсәләрҙе файҙалана. Х.т. нигеҙендә дөйөм термодинамиканың закондары ята: беренсе (термодинамик системалар өсөн энергияның һаҡланыу законы), икенсе (энтропия м-н процесс йылылығының үҙ-ара бәйләнеше) һәм өсөнсө (энтропияның абсолют ҡиммәтен билдәләү ысулы) нигеҙе. Х.т. матдә бер фазанан икенсе фазаға химик потенциалдарҙың тигеҙләнеүе йүнәлешендә күсә ала. Тигеҙләнеш системаны төҙөүсе һәр компоненттың химик потен­циалы системаның бөтә фазаларында бер тигеҙ булған саҡта барлыҡҡа килә. Гетероген системаларҙың торошон аңлатҡан диаграммала фаза – яҫылыҡ, ике фазаның тигеҙләнеше –һыҙыҡтар, өс фазаның тигеҙләнеше – нөктә рәүешендә күрһәтелә. Компоненттар, фазалар һаны һәм системаның вариантлы­ғы (термодинамик иреклек дәрәжәһе һаны) араһындағы нисбәт – фазалар ҡағиҙәһе. Башҡортостанда Х.т. өлкәһендәге тикшеренеүҙәр 20 б. 60-сы йй. башлана. БДУ-ла С.М.Петров етәкс. һыуһыҙ эретмәләр химияһы, ӨАИ-ла (Ә.Х.Әмирханов һ.б.) – газдарҙың, тоҙҙарҙың, күп компонентлы һыулы тоҙ системаларының эреүсәнлеге проблемалары өйрәнелә. 70-се йй. алып Химия ин-тында фотохимик һәм фотофизик процестарҙа энергия тапшырыуҙың төрлө формалары (В.П.Казаков), эреү процестарының законлыҡтарын асыҡлау, экстракция ваҡытында айырыусы агенттарҙы маҡсатҡа ярашлы һайлап алыу, тәьҫире оҙайлы булған препарат формалары эшләү өсөн һыуһыҙ эретмәләрҙең термодинамик үҙсәнлектәре (Ю.И.Муринов) һ.б. тикшерелә. ӨДНТУ-ла (Н.А.Самойлов һ.б.) технологик ағымдарҙы адсорбция ысулы м-н таҙартыу теорияһын эшләү б-са тикшеренеүҙәр алып барыла.

И.М.Борисов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: