Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕРМОДИНАМИКА

Просмотров: 1163

ТЕРМОДИНАМИКА (термо... һәм гр. dýnamis — көс), физиканың йылылыҡ эффекттары м‑н оҙатылған процестарҙа энергияның әүерелеүе законлыҡтарын, ш. уҡ термодинамик тигеҙләнеш хәлендәге макроскопик системаларҙың (есемдәрҙең) дөйөм үҙсәнлектәрен өйрәнгән бүлеге; йылылыҡ техникаһының теоретик нигеҙе. Тикшеренеү объекттары һәм маҡсаттары б‑са дөйөм (Т. нигеҙҙәренә аңлатма бирә), биол. (энергияның тере структураларҙағы әүерелеүҙәрен өйрәнә), техник (йылылыҡ һәм эштең бер‑береһенә әүерелеү процестары), соц. (тәбиғәттең фундаменталь закондары — Т. нигеҙҙәре күҙлегенән йәмғиәттәге процестар), химик термодинамика һ.б. айырыла. Т. закондарының (нигеҙҙәренең) элементар өлөшсәләрҙең хәрәкәте закондары м‑н бәйләнешен статистик физика өйрәнә. Башҡортостанда Т. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. башлана: ӨДАТУ‑ла йылылыҡ двигателдәренең эшләүен термодинамик анализлау (Ф.Ғ.Бәкеров һ.б.), Т. логик структураһын нигеҙләү (Н.М.Цирельман) б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә, газ турбиналы двигателдәрҙең һәм йылылыҡ энергияһы ҡулайламаларының термогазодинамик иҫәп‑хисабын башҡарыу б‑са программалар төҙөлә (И.М.Горюнов, И.А.Кривошеев, А.М.Әхмәтйәнов һ.б.). 90‑сы йй. башлап ӨДНТУ‑ла анализдың термодинамик ысулдарына нигеҙләнеп, энергия ҡулайламалары һәм энергия технологияһы агрегаттары м‑н йылылыҡ энергияһы ресурстарын тотоноуҙы кәметеү механизмдары эшләнә (Р.Ш. Латипов); СДПА‑ла фильтрланған нефть-газ ағымдарының Т. (А.И. Филиппов), БДУ‑ла Т. кире мәсьәләләренең сиселештәре берәү генә булмауы проблемалары өйрәнелә һәм термодинамик үлсәүҙәрҙе анализлау принциптары, параметрҙар вариацияһы ваҡытында химик реакторҙарҙың ҡулайлы режимдарының сифатын һаҡлау шарттары (С.И.Спивак), юғары йышлыҡтағы электромагнит ҡырының күп компонентлы системаларға тәьҫире формулировкалана, ҡыр м‑н матдәнең тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә өҫкө йөҙ тартылышының электртермодиффузия һәм анизотропия эффекттары асыла (Л.А.Ковалёва, Ф.Л.Сәйәхов). 2000 йй. “СКПнефть” ғилми‑производство үҙәгендә (Өфө) Т. закондарын, ш. иҫ. “шыйыҡлыҡ—пар” системаларының тигеҙләнеше Т. файҙаланып, нефтте һәм газды сығарыу, күсереү параметрҙарын контролдә тотоу өсөн приборҙар уйлап табыла. Шулай уҡ ҡара: Энергия үҙгәрткестәре.

Әҙәб.: С а я х о в  Ф.Л., К о в а л ё в а  Л.А. Термодинамика и явления переноса в дисперсных системах в электромагнитном поле. Уфа, 1998.

Р.Ш.Латипов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: