НЕФТЬ ХИМИЯҺЫ
НЕФТЬ ХИМИЯҺЫ, химияның нефть берләшмәләренең, уларҙың ҡатнашмаларының составтарын, үҙенсәлектәрен һәм химик үҙгәрештәрен, эшкәртеү процестарын өйрәнгән өлкәһе. Н.х. төп бурыстары — нефть т‑да белешмәләр банкы булдырыу, нефтте рациональ эшкәртеү юлдарын билдәләү маҡсатында углеводородтарҙың, гетероатомлы һәм металл тотороҡло берләшмәләрҙең ятҡылыҡтарҙың литологик составына, ятыу тәрәнлегенә һәм нефть сығарыу шарттарына бәйләнгән таралыу закондарын асыҡлау; юғары сифатлы нефть продукттары алыу өсөн нефтте эшкәртеү кимәлен 70—85%‑ҡа тиклем күтәреү; нефть углеводородтарының үҙ‑ара әүерелеүҙәрен тикшереү; каталитик крекинг, риформинг, дегидрирлау, изомерлаштырыу, цикллау һ.б. өсөн модификацияланған катализаторҙар табыу һәм ҡулланыу; термик крекинг, кокслаштырыу, пиролиз һ.б. ысулдарын һәм процестарын эшләү. Мотор яғыулығын, уның юғары октанлы компоненттарын (изопарафиндар С6—С9, ароматик углеводородтар; ҡара: Октан һаны), мономерҙар һәм ярымпродукттар (бензол, толуол, ксилолдар, этилен, пропилен, бутилендар, изопрен, бутадиен, ацетилен), башлыса тармаҡлы булмаған парафиндар һәм нафтендар (ҡара: Нафтен углеводородтары) алыу процестарының законлыҡтарын һәм механизмдарын асыҡлау ғәмәли тикшеренеүҙәрҙең бурысы булып тора. Нефть углеводородтары (башлыса н‑алкандар) ш. уҡ мал аҙығы продукттарын микробиологик синтезлау өсөн сеймал һанала (ҡара: Микробиология cәнәғәте). Нефтте органик продукттарға эшкәртеү ысулдарын һәм процестарын эшләгәндә (ҡара: Нефтехимия синтезы) математик модель әҙерләү; органик һәм физик химия (масс‑спектрометрия, оптик анализ ысулдары, хроматографик анализ ысулдары, ядро‑магнит резонансы һ.б.), теплотехника, кибернетика һ.б. ысулдар ҡулланыла. Донъяла сығарылған нефттең 8%‑тан ашыуы химик эшкәртеүгә дусар ителә. Нефть химияһы производстволары өҙлөкһөҙ хәрәкәтле, ҙур ҡеүәтле агрегаттарҙа юғары т‑раларҙа һәм баҫымдарҙа, төрлө катализаторҙар ҡулланып башҡарыла; 50‑гә яҡын яғыулыҡ булмаған продукт сығарыла; тирә‑яҡ мөхитте бысратҡан, аҙ ҡалдыҡлы йәки ҡалдыҡһыҙ технология булдырыу арҡаһында кәметергә мөмкин булған өҫтәмә продукттар барлыҡҡа килтерелә. Башҡортостанда Н.х. өлкәһендә тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. аҙ. Өфө крекинг заводының (ҡара: Өфө нефть эшкәртеү заводы) үҙәк завод лаб. К.П.Лавровский, И.С.Поляков етәкс. башлана һәм 40‑сы йй. Өфө нефть ғилми‑тикшеренеү институтында Б.Г.Логинов, А.С.Эйгенсон етәкс. дауам ителә. 50‑се йй. СССР ФА БФ‑тың химия бүлегендә Р.Д.Оболенцев етәкс. көкөрторганик берләшмәләр химияһын өйрәнеү б‑са фәнни үҙәк булдырыла, унда тикшеренеүҙәр нефть сығарыу сәнәғәте, нефть эшкәртеү сәнәғәте һәм нефтехимия сәнәғәте талаптарына ярашлы үткәрелә; 60‑сы йй. Башҡ‑н нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында, ӨНИ‑лә, Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда, Химия ин‑тында тикшеренеүҙәр башлана. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда (ҡара: Нефтехимия эшкәртеү институты) углеводородтарҙың төркөмлө составын, төрлө нефттәрҙең физик‑химик һәм технологик үҙенсәлектәрен, нефттең кислородорганик берләшмәләрен, нефттең юғары молекуляр өлөшөн (беренсел ҡыуылыу ҡалдыҡтарын) өйрәнәләр. Көкөртлө водород, меркаптан булған нефттәрҙең һәм газ конденсаттарының химик составын тикшереү Н.К.Ляпина, А.Д.Улендеева, С.Ғ. Хәбибуллин етәкс. үткәрелә; ш. уҡ Л.Ә.Баева, Ә.Я.Байкова, Ляпина, Т.С.Никитина, М.А.Парфёнова, Улендеева һ.б. тарафынан — Урал‑Волга буйы, Көнбайыш Себер, Ҡаҙағстан, Коми Респ. нефттәренең көкөрторганик берләшмәләре; В.Г.Беньковский етәкс. нефттең азоторганик берләшмәләре өйрәнелә. Нефттең металл-порфирин комплекстары (Ю.М. Абыҙгилдин, Ляпина, Р.Н.Фәхретдинов, Ғ.Ғ.Хәлитов) тикшерелә, нефттең урта фракцияларынан ароматик углеводородтарҙы бүлеп алыу процестары (С.В.Пестриков, Ю.Ф.Соков) булдырыла. Республика ғалимдары тарафынан термик крекинг, кокслаштырыу процестарының, илдәге сеймалдың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып электрод коксы производствоһының нигеҙе булдырыла; илдә тәүге анизотропик структуралы юғары сифатлы электродлы нефть коксы производствоһын эшләүгә нигеҙ һалына (Р.Н.Ғимаев, А.Ф.Красюков, А.Ф. Махов, З.И.Сөнәев); донъяла тәүге тапҡыр көкөртлө берләшмәләр производствоһы технологияһы эшләнә (Ляпина, Р.М.Мәсәғүтов, Ю.Е.Никитин, А.Х.Шәрипов); асфальтһыҙлаштырыу, битум етештереү, ауыр дистилляттарҙы һәм деасфальтизаттарҙы көкөртһөҙләндереү процестары тикшерелә (Г.А.Берг, Г.Г.Валявин, Р.Х.Садиҡов, В.В.Фрязинов, И.Р.Хәйрудинов, М.М.Әхмәтов). Контактлы, селектив таҙартыу һәм көкөртлө нефттәге майҙарҙы парафинһыҙлаштырыу процестары яңыртыла (Д.О. Гольдберг, Н.Г.Калантар, П.А.Золотарёв). Деэмульгаторҙар (Г.Е.Станкевич, М.З.Мәүлитова), нефттең азот һәм көкөртлө берләшмәләре нигеҙендә коррозия ингибиторҙары (Ә.К.Ефимова, Н.М. Лотарева, Ә.Ғ.Ғүмәров) алыу технологияһы, нефтте фракциялауҙың теоретик нигеҙҙәре (Б.К.Марушкин, А.А.Кондратьев, Ғ.Ғ.Теләшев, Т.Ғ.Үмәрғәлин, М.Л.Креймер), углеводородтарҙы экстракциялап бүлеү ысулдары (Ә.З.Бикҡолов) эшләнгән. Шулай уҡ ҡара: Ароматик берләшмәләр, Синтетик каучуктар, Нефть продукттары.
Әҙәб.: Л я п и н а Н.К. Химия и физикохимия сераорганических соединений нефтяных дистиллятов. М., 1984; Товароведение нефтяных продуктов. В 8т. Т.1. Общие сведения о нефти и нефтепродуктах. М., 2003; Г а л и м о в Ж.Ф. Химия природных энергоносителей: (в лекциях и вопросах). Уфа, 2007.
Н.К.Ляпина, С.Ғ.Хәбибуллин
Тәрж. Ф.А. Ғималова