Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫНЫҢ ХИМИК СОСТАВЫ

Просмотров: 1381

НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫНЫҢ ХИМИК СОСТАВЫ. Нефть продукттарының сифатын, эксплуатация һәм һаҡлау шарттарын билдәләгән элемент, төркөм һәм индивидуаль составтары айырыла. Нефть продукттарының төп элементтары булып углерод (83—90% һәм унан юғарыраҡ), водород (8—15%), көкөрт (0,01—7,5; бензиндә 0—1,8; дизель дистиллятында 0,1—4,0), кислород (0,02—4,5), азот (0—1,7%) тора. Шулай уҡ микроэлементтар, ш. иҫ. һирәк, затлы металдар, металл булмаған элементтар (уларҙың миҡдары 10‑8—10‑2, һаны 50‑гә тиклем; күп осраҡта каталитик ағыуҙар), ванадий (0,005— 0,07), никель (0,001—0,05), тимер, хром, марганец, цезий һ.б. бар. Нефть продукттарының күпселегенең төркөм составы төрлө бәйләнештәге алкандар, нафтен углеводородтары, ароматик берләшмәләрҙән тора. Бензин фракцияларында күп миҡдарҙа изомер төҙөлөшлө (С6—С9) юғары октан һанлы алкандар, дизель дистилляттарында — нормаль төҙөлөшлө (С16Н34) юғары цетан һанлы, майҙар составында — бәләкәй цикллы циклоалкандар бар. Ароматик, диен углеводородтары, нефттең көкөрторганик берләшмәләре, нефттең азоторганик берләшмәләре һәм нефттең кислородорганик берләшмәләре мотор яғыулығында бик аҙ миҡдарҙа (сорты ни тиклем юғарыраҡ, миҡдары шул тиклем кәмерәк) бар. Юғары т‑рала ҡайнаған фракцияларҙан алынған нефть продукттарында би һәм полицикллы ароматик һәм циклан углеводородтар, төрлө структуралы туйындырылмаған берләшмәләр, көкөрт (төрлө цикл рәүешендәге тиацикландар, тиаарендар), азот (пиридин, хинолин, фенантролин, феназин һ.б. сығарылмалары), кислород (кислоталар, фенолдар, эфирҙар һ.б.) органик берләшмәләр бар. Ыҫмалаларҙа һәм асфальтендарҙа ҡатмарлы гетероорганик берләшмәләр, ш. иҫ. псевдопорфирин һәм нефттең металл‑порфирин комплекстары, ҡатмарлы эске молекуляр берләшмәләр осрай. Н.п.х.с. нефть химияһы өйрәнә. 20 б. 80‑се йй. аҙ. Урал‑Волга буйы, Себер, Ҡаҙағстан һәм Урта Азия нефттәрендә 300‑гә яҡын углеводородтар һәм төрлө кластағы 100‑гә яҡын гетероатомлы берләшмәләр идентификациялана. Башҡортостанда Н.п.х.с., ш. иҫ. көкөрторганик берләшмәләрҙе (Р.Д. Оболенцев етәкс. башлана, Ә.Я. Байкова, А.А.Вольцов, Н.К.Ляпина, В.С. Никитина, Т.С.Никитина, М.А. Парфёнова, А.Д.Улендеева һ.б. тарафынан дауам ителә), азоторганик берләшмәләрҙе (Байкова, В.Г. Беньковский, И.Г.Конкина һ.б.), металорганик берләшмәләрҙе (Ляпина, Ғ.Ғ.Хәлитов һ.б.) тикшереүҙәр Органик химия институтында алып барыла; ӨДНТУ‑ла Ю.М.Абыҙгилдин етәкс. үткәрелә. Химия ин‑тында НИИнефтехим м‑н берлектә нефть фракцияларынан сульфидтар концентраттарын һәм уларҙың окисланған сығарылмаларын алыу процесы, Башҡ‑н нефть эшкәртеүҒТИ‑нда ӨНИ м‑н берлектә металһыҙлаштырыу процесы эшләнә.

Әҙәб.: Порфирины и металлопорфириновые комплексы нефтей. М., 1977; Б о л ь ш а к о в Г.Ф. Сераорганические соединения нефти. Новосибирск, 1986; П о к о н о в а Ю.В. Нефть и нефтепродукты. СПб., 2003. 

Н.К.Ляпина

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: