Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЙҘӘРШИН Ғәйнанша Хәйҙәрша улы

Просмотров: 1052

ХӘЙҘӘРШИН Ғәйнанша Хәйҙәрша улы [5.2.1911, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Байғужа а. (БР‑ҙың Яңауыл районы) — 4.12.2006, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930 й. алып Магнитогорск металлургия комбинатында, 1932—34 йй. һәм 1940—41 йй. Яңауыл районының М.В.Фрунзе исемендәге колхозында, 1934—40 йй. Пермь ҡ. эшләй. 1941 й. июленән Ялан, Төньяҡ Кавказ һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 37‑се армияның 110‑сы гвардия уҡсылар дивизияһы 117‑се гвардия айырым сапёр батальонының отделение командиры гвардия рядовойы Х. 1943 й. 9 октябрендә Украина ССР‑ының Дериевка а. тирәһендә Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1944) Яңауыл районының Байғужа ауыл советында, М.В.Фрунзе исемендәге колхозында рәйес булып эшләй. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары менән бүләкләнгән. Х. исеме Байғужа урта мәктәбенә бирелгән, ихатаһында уға бюст, бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.01.2023