Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӨСӘЙЕНОВА Физа Сәләх ҡыҙы

Просмотров: 1054

ХӨСӘЙЕНОВА Физа Сәләх ҡыҙы (27.9.1930, БАССР-ҙың Шишмә районы Бәрҫеүәнбаш а. — 13.8.2020, Өфө ҡ.), терапевт. Медицина фәндәре докторы (1973), профессор (1977). БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы (1983), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1981). БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1952) 1962 й. тиклем Республика клиник дауаханаһында эшләй. 1965—95 йй. БДМИ-ла (1974—86 йй. госпиталь терапияһы кафедраһы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге кардиология (йөрәктең ишемия ауырыуын, миокард инфарктын һ.б. иртә диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалау), һөнәри ауырыуҙар (профессиональ факторҙар тәьҫирендә гемостаз, бензол сығарылмалары һ.б. оҙайлы тәьҫире булғанда клиник-гематологик тикшеренеүҙәр) мәсьәләләренә арналған. Башҡортостан терапевтар йәмғиәте рәйесе (1981—86).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.09.2022
Связанные темы рубрикатора: