Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХИСМӘТУЛЛИН Марат Мәғәфүр улы

Просмотров: 931

ХИСМӘТУЛЛИН Марат Мәғәфүр улы (31.7.1938, БАССР-ҙың Иглин р-ны Яңы Ҡобау а. — 21.2.2018, Өфө), йырсы (баритон), режиссёр. БР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1991). М.Х.Хисмәтуллиндың улы. Гнесиндар ис. Муз.-пед. ин-тын (Мәскәү, 1967; Г.Г.Аден класы), ГИТИС-ты (1976; И.М.Туманов курсы) тамамлаған. 1967 й. алып БДОБТ солисы, 1976 й. — баш реж., 1982—2015 йй. реж., бер үк ваҡытта 1976 й. башлап ӨДСИ-лә уҡыта. Яғымлы тембрлы тауышҡа эйә булған. Башҡарыу сәнғәте артистизм м-н айырылып торған. Төп партиялары: Пугачёв (“Салауат Юлаев”; дебют, 1967), Мулла (“Ҡоҙаса”,З.Ғ.Исмәғилев), Онегин (“Евгений Онегин”, П.И.Чайковский), Бомелий (“Батша кәләше” — “Царская невеста”, Н.А.Римский-Корсаков), Милорд (“Фра-Дьяволо”, Ф.Обер). Х.-реж. ижад иткән спектаклдәргә тәьҫирлелек, ихласлылыҡ, лиризм һәм романтик атмосфера хас. Режиссёрлыҡ эшмәкәрлеге 1966 й. И.С.Польскийҙың “Тирмәкәй” (“Теремок”) операһын ҡуйыуҙан башлана. “Богема” (Дж.Пуччини), “Салауат Юлаев”, “Дауыл”, “Эй был Балда” (“Ай да Балда”, Б.П. Кравчен­ко; 1978), “Моцарт һәм Сальери” (“Моцарт и Сальери”, Римский-Корсаков; 1979) һ.б. спектаклдәр ҡуйған. Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡалаларында БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашҡан.

А.Р.Сабирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: