ХӘКИМ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ
ХӘКИМ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ, дүртенсе йәмиғ мәсете. 1908 й. мосолмандар юлламаһы б‑са Өфө сауҙагәре А.Ә.Хәкимов (ҡара: Хәкимовтар) аҡсаһына Өфөлә Бекетов урамында (хәҙ. М.Кәрим урамы) төҙөлә. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. Мәсет 2 ҡатлы, ҡыйығы 2 яҡлы; стеналары ҡыҙыл кирбестән һалына. 2 манараһы (бейеклеге яҡынса 30 м) 3 яруслы нигеҙҙә бер‑береһенең өҫтөнә ҡуйылған 2 цилиндр(уратып алған балкондар м‑н бүленгән һәм өҫкө өлөшөндә рельефлы кирбес орнаменты м‑н биҙәлгән) рәүешендә төҙөлә. 2‑се ҡат фасадындағы ҙур булмаған аркалы тәҙрәләр 3‑әрләп төркөмләнә. Ҡатын‑ҡыҙҙар өсөн 2 балкон‑галереялы ғибәҙәт залы була. Мәсет эргәһендә “Хакимиә” мәҙрәсәһе эшләй. 1930 й. ябыла, 1950 йй. башында манаралары һүтелә; 1992 й. диндарҙарға ҡайтарыла. Имам‑хатибы — М.Фәхретдинов. Бина тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора.
П.В.Егоров
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина