Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАБА

Просмотров: 1054

ВАБА (гр. cholera), кешенең үтә хәүефле инфекциялар төркөмөнә ҡараған киҫкен инфекцион ауырыуы. В. тыуҙырыусы — Vibrio choleraе бактерияһы, киптереүгә, ҡайнатыуға, дезинфекция саралары тәьҫиренә һиҙгер. Ауырыу барышы ауырлығының 4 клиник дәрәжәһе бар, вибрион йөрөтөүсәнлек булыуы ихтимал. В. тыуҙырыусы аш һеңдереү юлына эләккәндә (йышыраҡ — зарарланған һыу эскәндә) йоға. Вибриондар эсәк туҡымаларында үрсей һәм токсин бүлеп сығара, уның йоғонтоһонда организмдан шыйыҡлыҡ сығыу көсәйә һәм был һыуһыҙланыуға килтерә. Инкубация осоро бер нисә сәғәттән 5 тәүлеккә тиклем дауам итә. Төп симптомдары: ҡоҫоу, дөйөм хәлһеҙлек, йыш ярау итеү, тиҙәктең һыуһыл, дөгө бешерелгән һыуҙы хәтерләткән тоноҡ аҡ төҫтә булыуы. Диагностика өсөн эпидемиологик анамнез, клиник һәм лаб. (бактериологик, серологик) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (регидратация терапияһы, бактерияларға ҡаршы препараттар һ.б.). Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: гиповолемия шогы, икенсел инфекция ҡушылыу һ.б. Башҡортостанда В. эпидемиялары 1948 й., 1972 й. билдәләнә; 1985 й. ауырыуҙың айырым осраҡтары теркәлә. Медицина университетында 20 б. 70‑се йй. алып В. диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдары камиллаштырыла (Д.Х.Хунафина, Р.Ф.Әбдерәшитов һ.б.).

Д.Х.Хунафина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: