ХОЛЕЦИСТИТ
ХОЛЕЦИСТИТ (гр. cholḗ – үт һәм kýstis – ҡыуыҡ), үт ҡыуығының шешеүе. Х. киҫкен (катараль, обструктив, флегмоноз һ.б.) һәм хроник (калькулёз, ташһыҙ һ.б.); беренсел һәм икенсел төрҙәргә бүленә. Х. башланыуына үт ташы ауырыуы, үттең тулышыуы, ҡайһы бер инфекцион һәм паразитар ауырыуҙар (вируслы гепатит, лямблиоз һ.б.) булышлыҡ итә. Төп симптомдары: ауыҙҙа әсе тәм, уң ҡабырға аҫтында ауыртыу тойоу, уҡшыу, ҡоҫоу һ.б. Диагностика өсөн клиник, лаб. һәм инструменталь (рентгенологик, ультратауыш, эндоскопик) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз, хирургик (холецистэктомия), шифахана-курорттарға барыу, диетотерапия һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: эмпиема һәм үт ҡыуығының тишелеүе, панкреатит, перитонит, механик һарылыҡ һ.б. Иҫкәртеү: һаҡлаусы диета, ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзалары ауырыуҙарын дауалау. Башҡортостанда 100 кешегә үт ҡыуығы һәм үт юлдары патологияһы, ш. иҫ. хроник Х. м-н ауырыған тәүге асыҡланған сирлеләр түбәндәгесә теркәлгән: 2005 й. – 614,4; 2007 – 731,6; 2009 – 641,8 кеше. 20 б. 50-се йй. башлап Медицина университетында Х. проблемалары б-са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла: ауырыуҙы, ш. иҫ. сәнәғәт пр-тиелары эшселәренең ауырыуҙарын (Ф.Д.Булатова) диагностикалау һәм консерватив дауалау (С.В.Базанова, Н.Н.Родикова, В.В.Сгибова), ҡымыҙ менән дауалау (Г.В. Журавлева, М.Н.Фридман), хирургик дауалау (Л.Г.Гранов, М.Ә.Ғәлиев), ш. иҫ. балаларҙы дауалау (И.Ғ.Рәхмәтуллин, Ф.Ғ.Садиҡов) һәм панкреатит м-н бергә дауалау (Р.И.Титов, А.Н.Шабанов) ысулдары өйрәнелә. 70-се йй. алып ауырыуҙың үҫеш сәбәптәре тикшерелә (Н.С.Ҡазыханов), диагностика һәм дауалау технологиялары (Н.А.Власова, Л.В.Волевач, А.Я.Крюкова, Л.П.Фәйезова), ш. иҫ. балалар өсөн технологиялар (Р.Ә. Әхмәтова), киҫкен Х. хирургик дауалау (О.В.Ғәлимов, М.Ә.Нартайлаҡов, В.Ғ.Сәхәүетдинов, В.М.Тимербулатов), шифахана шарттарында хроник Х. м-н ауырығандарҙы реабилитациялау (М.М.Алсынбаев, Ф.Х.Мәжитов, Р.М.Хафизов) ысулдары камиллаштырыла. Х. клиник барышы үҙенсәлектәре, хроник Х. м-н ауырығандарҙың тормош сифаты (И.З.Вехновская, Ш.З.Заһиҙуллин) һәм “Өфө” минераль һыуын ҡулланып уларҙы һауыҡтырыу ысулдары (А.А.Белкина) өйрәнелә.
Ш.З.Заһиҙуллин
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

