Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХОНИНГЫЛАУ

Просмотров: 1101

ХОНИНГЫЛАУ (ингл. honing), металдарҙы ваҡ бөртөклө абразив йәки алмаслы ҡатламы булған металл ҡайраҡтар ярҙамында станоктарҙа ҡырҡыу юлы м-н эшкәртеү, абразив менән эшкәртеү төрө. Х. вибрациялы, ҡоро, электрохимик һ.б. төрҙәре айырыла. Х. “йөҙөп йөрөүсе” йәки “ҡаты” хонингылау эшләпәһе (хон) ҡулланыла. Станок ҡайраҡтарҙың хон ярҙамында эшкәртелә торған йөҙгә ҡыҫылыуын, хондың деталгә ҡарата әйләнмә һәм ҡайтмалы йөрөш хәрәкәтен тәьмин итә (модернизацияланған станоктарҙа был хәрәкәттәргә тирбәлеүҙәр өҫтәлергә мөмкин). Х. эшкәртеүҙең аныҡлығын 5-се квалитетҡа еткерергә мөмкинлек бирә. Деталь өҫтөндә киҫешкән һыҙыҡтарҙан торған селтәр рәүешендәге йөҙ барлыҡҡа килә, ул туҙыуға сыҙамлыҡты арттыра. Машиналар эшләүҙә эске цилиндрик йөҙҙәрҙе һәм яҫылыҡтарҙы һуҙыу, киңәйтеү, ҡырып тәрәнәйтеү һәм шымартыуҙан һуң эшкәртеү өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда Х. процестарын тикшереү 20 б. 60-сы йй. уртаһынан ӨДАТУ-ла алып барыла (О.К.Аҡмаев, С.И.Куликов, Р.Ғ.Ҡоҙаяров, В.А.Огородов, Ф.Ф.Ризуанов, В.А.Романчук һ.б.). Х. технологик операциялары һәм ҡорамалдары уйлап табылған, улар Күмертау авиация производство пред­приятиеһында, Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводында,“ОЗНА” пр-тиеһында һ.б. индерелгән. Шулай уҡ ҡара: Металл ҡырҡыу станогы.

Әҙәб.: К у д о я р о в Р.Г. Точность деталей машин при алмазном хонинговании. М., 2002.

Р.Ғ.Ҡоҙаяров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019