Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОҘАЯРОВ Ринат Ғабдулхаҡ улы

Просмотров: 931

ҠОҘАЯРОВ Ринат Ғабдулхаҡ улы (19.6.1940, Алма‑Ата ҡ. — 13.2.2021, Өфө ҡ.), инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (2003), профессор (2006). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1983). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) Пермь политехник институтында эшләй, 1970 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге мехатрон станоктар системаһын эшләүгә арналған. Ҡ. тарафынан станок ҡоролмаларын проектлау, хонингылау станоктары теүәллеген иҫәпләп сығарыу, деталдәрҙе идара итеүе автоматлаштырылған ҡоролмаларҙа эшкәрткән ваҡытта алмас менән хонингылау режимын билдәләү һәм тәьмин итеү методикалары эшләнә. Асыштары Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводында һәм БР‑ҙың башҡа предприятиеларында индерелгән.

Хеҙм.: Точность деталей машин при алмазном хонинговании. М., 2002; Функционально‑структурный синтез металлообрабатывающих станков с автоматическим управлением. Уфа, 2006; Проектирование модулей главного движения станков с автоматическим управлением. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

В.Ц.Зориктуев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.11.2021