Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘМИД (Хәмиҙуллин) Ризуан Мирхәбибулла улы

Просмотров: 984

ХӘМИД (Хәмиҙуллин) Ризуан Мирхәбибулла улы (24.10.1941, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй районы Уҫман‑Ташлы а. — 17.9.2017, Ҡазан ҡ.), драматург. ТССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991). Ҡазан педагогия институтын (1971), ГИТИС эргәһендәге Юғары театр курстарын (1979), М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (1983; икеһе лә – Мәскәү ҡ.) тамамлаған. 1963 й. алып Ҡазан ҡ. эшләй: 1971 й. башлап “Чаян” (“Саян”; 1975 й. алып бүлек мөдире) журналында әҙәби хеҙмәткәр, 1979—81 йй. “Татарстан яшляре” (“Татарстан йәштәре”) гәзите редакцияһы эргәһендәге әҙәби берекмә етәксеһе; 1984 й. башлап Яр Салы ҡ. яҙыусылары ойошмаһының яуаплы секретары, 1985—87 йй. ТАССР Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары. 70‑се йй. аҙағында баҫыла башлай. Әҫәрҙәре йәштәр тормошона, әхлаҡ проблемаларына арналған. “Ҡайтыр инем” (1982), “Ҡайын еле” (1987; икеһе лә – татар телендә) һ.б. китаптар авторы. Х. пьесалары буйынса БР театрҙарында спектаклдәр ҡуйылған. М.Йәлил исемендәге премия лауреаты (1984).

Р.В.Гәрәев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Р.В.Гәрәев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.06.2022
Связанные темы рубрикатора: