Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАММАТОВА Гүзәл Яныбай ҡыҙы

Просмотров: 1140

ХАММАТОВА Гүзәл Яныбай ҡыҙы (28.10.1953, Өфө ҡ. — 3.11.2021, шунда уҡ), тәржемәсе. Яҙыусылар союзы ағзаһы (2008). Я.Х.Хамматовтың ҡыҙы. БДУ-ны тамамлағандан һуң (1976) БДПИ-ла,1988—2008 йй. ӨЮИ-ла уҡыта. Р.Т.Бикбаевтың “Рәми” (2008) китабын, Я.Х.Хамматовтың “Хәсрәтле бала саҡ” (2002), “Салауат батыр” (2004), “Ағиҙел Иҙелгә ҡоя” (2007) һ.б. романдарын, Ф.Ә.Исхаҡова, Б.Ноғоманов, Ғ.Б.Хөсәйенов, М.Ә.Әхмәтшин һ.б. башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән.

Әҫәрҙ.: Магия древних слов. Уфа, 2002; Вначале был Хаос...  (Открытия в области этимологии). Уфа, 2008.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.09.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: