Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УМАРТАСЫЛЫҠ ҺӘМ АПИТЕРАПИЯ ҮҘӘГЕ

Просмотров: 1040

УМАРТАСЫЛЫҠ ҺӘМ АПИТЕРАПИЯ ҮҘӘГЕ, дәүләт бюджет учреждениеһы. Өфөлә урынлашҡан. 1998 й Башҡ‑н умарт‑ҡ һәм апитерапия ғилми‑тикшеренеү үҙәге булараҡ ойошторола. Составына умартасылыҡ продукцияһын эшкәртеү б‑са тәж.‑эксперименталь комб‑т, респ. халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәге, Архангел, Ғафури, Ейәнсура, Күгәрсен, Нуриман р‑ндарында ғилми‑эксперименталь станциялары, Башҡорт балы йорто һ.б. инә. 2016 й. 145 кеше эшләгән; 3105 бал ҡорто ғаиләһе иҫәпләнгән. Үҙәк тарафынан башҡорт бал ҡортон һаҡлау, селекциялау һәм үрсетеү б‑са эш алып барыла, бал етештереү һәм бал ҡорто ғаиләләрен ҡарау өсөн оптималь шарттар булған тәбиғәт зоналары асыҡлана, умарт‑ҡ продукцияһын ҡулланып аҙыҡ‑түлек, косметика етештереү технологиялары эшләнә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, сит илдәргә сығарыла. Учреждениеның асыштары һәм эксперименталь продукцияһы халыҡ‑ара һәм бөтә Рәсәй күргәҙмәләренең алтын, көмөш, бронза миҙалдары һәм дипломдары м‑н бүләкләнгән (2001—16). 2016 й. башлап үҙәк етештергән продукция “Аҡбуҙат” ипподромы бинаһында урынлашҡан Башҡорт балы йортонда күрһәтелә. Учреждение тарафынан 25 интеллектуаль эшмәкәрлек объекты теркәлгән, уларға патенттар алынған. Үҙәк м‑н Ә.М.Ишемғолов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Н.А.Шмидт

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019