Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УМАРТАСЫЛЫҠ

Просмотров: 1818

УМАРТАСЫЛЫҠ, бал ҡорттарын бал, бал ҡорто балауыҙы һ.б. продукттар (бал ҡорто ағыуы, инә ҡорт һөтө, прополис һ.б.) алыу, ш. уҡ энтомофиль а.х. культураларын һеркәләндереү өсөн үрсетеү; малсылыҡ тармағы. У. үҫешендә бер нисә этап айырыла: ҡырағай У. (бал һәм балауыҙ алыу), солоҡ У. (ҡара: Солоҡсолоҡ), түмәр У. (бал ҡорттарын түмәрҙәрҙә, төпһөҙ умарталарҙа, сапеткаларҙа аҫрау), рамлы У. (рамдарын сығарып була торған йыйылмалы рамлы умарталарҙа бал ҡорттарын үрсетеү). У. — башҡорттарҙың боронғо кәсебе. Көньяҡ Уралда У. б‑са тәүге тасуирлама П.И.Рычковтың “Бал ҡорттарын аҫрау тураһында” (“Ирекле иҡтисади йәмғиәт хеҙмәттәре”, 1769, 11‑се бүлек) мәҡәләһендә бирелә. 18 б. аҙ. башҡорттарҙың соц.‑иҡт. хәле хужалыҡта солоҡ У. роле кәмеүенә сәбәп була. 19 б. уртаһында У. умарталыҡ системаһы барлыҡҡа килә. Түмәр умарталыҡтар 20 б. 60‑сы йй. тиклем таралған була. Рамлы У. алып барыуҙың тәүге ынтылышы 19 б. 60‑сы йй. ҡарай: Стәрлетамаҡ өйәҙе Дыуан‑Табын улусы Алайғыр а. (Ҡырмыҫҡалы р‑ны) тирә‑яғында кантон “Ҡаҙна бал ҡорто заводы” эшләй. Беренсе рамлы умарталыҡ тау‑урман зонаһында 1906 й. Үҙән заводы эргәһендә (Верхнеурал өйәҙе) ойошторола. Бал ҡорттарын умарталыҡта аҫрау тармаҡтың интенсив үҫешенә булышлыҡ итә. 1871 й. Өфө губернаһында тәүге тапҡыр бал ҡорто ғаиләләренең иҫәбен алыу үткәрелә (323,9 мең ғаилә). 1893 й. С.‑Петербургта урыҫ умартасыларының 1‑се съезында Өфө губ. умартасыһы М.Крылов үҙе уйлап тапҡан “Натура” һәм “Ларчик” умарталарын күрһәтә, улар бронза миҙал м‑н билдәләнә. 1900 й. бал ҡорто ғаиләләре һаны б‑са (550 меңдән ашыу ғаилә, ш. иҫ. 11 меңгә яҡыны рамлы умарталарҙа) Өфө губ. Рәсәйҙә тәүге урындарҙың береһен биләй. Йылына 180 мең боттан ашыу бал һатыла. Башҡорт төбәгендә У. интенсив үҫеше революциянан (1917) һуң башлана. 1921 й. — 142,2 мең, 1929 й. 393 мең бал ҡорто ғаиләһе иҫәпләнә. 20—30‑сы йй. У. кооперативтары — йәмғиәттәр, артелдәр, ширҡәттәр төҙөлә. 1932 й. колхоздарҙа 134,2 мең бал ҡорто ғаиләһе (1072 умарталыҡ), йәки уларҙың дөйөм һанынан 31%, ш. иҫ. 48,3%‑ы рамлы умарталарҙа; 1937 й. — яҡынса 242,2 мең, шәхси хужалыҡтарҙа — 105 мең ғаилә үрсетелә. У. уңышлы үҫешенә 20 б. 30‑сы йй. башында Башҡ‑н респ. умарт‑ҡ контораһын һәм Башҡ‑н умарт‑ҡ зона тәж. станцияһын (ҡара: Умартасылыҡ станцияһы) ойоштороу булышлыҡ итә. 1934 й. контора составына 7 балауыҙ иретеү з‑ды инә. 1948 й. башлап Өфө балауыҙ з‑ды эшләй (80‑се йй. Шишмә р‑нының ш. уҡ исемле эшселәр ҡасабаһына Өлкә‑ара балауыҙ эшкәртеү з‑ды булараҡ күсерелә, 90‑сы йй. башынан “Шишмә” ААЙ). 50‑се йй. уртаһында “Сельхозтехника” з‑дында (1968 й. алып Стәрлетамаҡ умарт‑ҡ ҡорамалдары механикаһы з‑ды) У. өсөн ҡорамалдар етештереү башлана. 60‑сы йй. башында бал ҡорто ғаиләләре һаны — 400 мең, тауар балын етештереү йылына 5—6 мең т тәшкил итә. Махсус У. совхоздары ойошторола: “Заря” (Мишкә р‑ны), “Ләмәҙ” (Иглин), “Һүрәм” (Йылайыр). 1997 й. бөтә милек формаһындағы хужалыҡтарҙа 188,4 мең бал ҡорто ғаиләһе иҫәпләнә, 4898 т тулайым бал етештерелә, 2008 й. — ошоға ярашлы 289,8 мең һәм 12104 т. 1929 й. БАССР‑ҙа СССР ФА экспедицияһы (етәксеһе Г.А.Кожевников) тарафынан респ. таулы райондарында йәшәгән бал ҡорттары өйрәнелә. 30‑сы йй. Башҡ‑н умарт‑ҡ зона тәж. станцияһында умарталыҡтарҙа бал ҡорто ғаиләләренең продуктлылығын арттырыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (А.М.Ковалёв, Х.А.Татуков, В.К.Турсуков һ.б.). 50‑се йй. башлап ауыл хужалығы зоналарында ғаиләләрҙең үҫеше һәм продуктлылығы т‑дағы мәғлүмәттәр нигеҙендә бал ҡорттарын бал йыйыу типтары б‑са аҫрау ысулдары уйлап табыла (В.Н.Власов), бал ҡорттары тарафынан клевер, ҡарабойҙай, көнбағышты йүнәлтелгән ысул м‑н һеркәләндереү б‑са эштәр үткәрелә (В.Н.Анфёрова, В.Н.Любимова, Ф.Х.Рахманҡолов һ.б.); бал биргән ресурстарҙы һәм уларҙы рациональ файҙаланыу ысулдарын өйрәнеү һөҙөмтәһендә урындағы шарттарҙы иҫәпкә алған юғары һөҙөмтәле тат биреүсе конвейер төҙөлә (М.М.Аҡсурин); бал ҡорттарының урындағы популяцияһын яҡшыртыу, үрсетеү һәм рациональ ҡулланыу алымдары (Е.М.Петров, Татуков, Г.И.Чиглин- цев, Й.Т.Шакиров һ.б.), инә ҡорт һөтөн алыу (Л.Х.Йәнбухтина) һәм Урта Рәсәй бал ҡорттары тоҡомоноң үрсемһеҙ, үрсемле инә ҡорттарын етештереү (Р.И.Ғәзизов, М.П.Машина, Т.А.Проскурина һ.б.) технологияһы өйрәнелә; бал ҡорттарын ҡарауҙың сәнәғәт технологияһын камиллаштырыу (Аҡсурин, Власов, Р.А.Зари- пов һ.б.), Урта Рәсәй бал ҡорттары тоҡомоноң ябыҡ типтағы башҡ. популяцияһын булдырыу (В.О.Кугейко) б‑са эштәр алып барыла. 1958 й. Бөрйән солоҡ ҡорттарының йәшәү шарттарын өйрәнеү һәм уларҙы һаҡлау өсөн Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының Ағиҙел буйы филиалы ойошторола. Умарт‑ҡ ҒТИ‑нда (Рыбное ҡ.) бал ҡорттарының башҡ. популяциялары (К.П.Цветкова, Г.Ф.Таранов); Башҡорт ҡурсаулығында солоҡ ҡорттарының һәләк булыу һәм насарланыу сәбәптәре (Петров), урындағы бал ҡорттарының тәбиғи йәшәү шарттарында биол. һәм хужалыҡ өсөн файҙалы үҙенсәлектәре (Чиглинцев) тикшерелә. 90‑сы йй. аҙ. Биохимия һәм генетика институтында (А.Г.Николенко) бал ҡорттарын молекуляр‑генетик тикшереүҙәр башлана. У. б‑са комплекслы тикшеренеүҙәр Аграр университетта (М.Ғ.Ғиниәтуллин, Ә.Ғ.Маннапов, Р.Т.Маннапова, Шакиров, И.В.Шафиҡов һ.б.) алып барыла; апитерапия ысулдары Медицина университетында (Л.Т.Ғилметдинова, Л.А.Лепилина һ.б.), Башҡ‑н умарт‑ҡ һәм апитерапия ғилми‑тикшеренеү үҙәгендә (А.Ә.Ғәзизов, Р.З.Исҡужин һ.б.), “Прополис” ЯСЙ‑нда (А.А.Бәкеров, Г.Х.Бәкерова һ.б.) эшләнелә. 2006 й. башҡорт бал ҡорто тоҡом статусын ала (Ә.М.Ишемғолов, Ғиниәтуллин һ.б.). Респ. тармаҡ үҫеше өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтеү б‑са саралар күрелә. 1995 й. “Умартасылыҡ тураһында” БР законы (2004 й. 1 окт. алып яңы редакцияла) ҡабул ителә. 1998 й. Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәге асыла. 2005 й. Респ. Хөкүмәте тарафынан “2006—2010 йй. Башҡортостан Республикаһында умартасылыҡты үҫтереү” концепцияһы һәм программаһы ҡабул ителә.

Әҙәб.: В а х и т о в Р.Ш. Пчёлы и люди. Уфа, 1992; З а р и п о в Р.А. Экономико‑экологические проблемы развития пчеловодства в Республике Башкортостан. Уфа, 2003; Пчеловодство Башкортостана /М.Г.Гиниятуллин [и др.]. Уфа, 2008.

В.Н.Власов, М.Ғ.Ғиниәтуллин, Ә.Ғ.Маннапов, И.В.Шафиҡов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019