Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРКАЛЫ ЦЕРАТОНЕИС

Просмотров: 768

АРКАЛЫ ЦЕРАТОНЕИС (Ceratoneis arcus), бер күҙәнәкле диатом ылымыҡтар төрө. Ҡайһы ваҡыт буй һәм арҡыры күсәрҙәре буйлап бөгөлгән ҡыҫҡа колониялар барлыҡҡа килтерә, буйға ҡырҡылған эллипс рәүешендә. Ҡапҡасы ураҡ формаһында, суҡыш һымаҡ йәки бер аҙ йомро остарына табан тарая; ҡорһаҡ сите ҡабарынҡы, уртаһында батынҡы, оҙонлоғо 15—150 мкм, киңлеге 4—7 мкм. Арҡыры һыҙыҡтары (10 мкм 15—18 һыҙыҡ) параллель, ҡорһаҡ яғының уртаһында ҡапҡасы шыма, ҡабарынҡы, бер яҡлы уртаса майҙан ҡалдырып өҙөлә. Күсәр майҙаны тар һыҙыҡлы, бер аҙ ҡорһаҡ ситенә ауышҡан. Ағып ятҡан һыуыҡ һыуҙа, шарлауыҡ янында, ташта һәм үҫемлектә, һирәкләп ләмдә, планктонда йәшәй. Башҡортостанда Ағиҙел й. урта һәм түбәнге ағымдарында табылған. Һирәк төр, антропоген йөкләнеш булғанда юҡҡа сыға.

Ф.Б.Шкундина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: