ШКАПОВ ГАЗ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ
ШКАПОВ ГАЗ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ. Эйәрсен нефть газын һәм еңел углеводородтарҙың киң фракцияһын эшкәртеү м‑н шөғөлләнә. Бәләбәй р‑ны Приют ҡасабаһында урынлашҡан. Составына компрессор станцияһы (1959 й. асылған); газды көкөрттән таҙартыу (1982), май абсорбциялау, газ фракциялау ҡулайламалары; тауар‑резервуар паркы; тултырыу‑ҡойоу эстакадаһы (бөтәһе лә – 1960) һ.б.инә.Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә ебәрелә. 1958 й. “Башнефтегаз” тресының Шкапов газ‑бензин з‑ды (1998 й. тиклем ВЛКСМ‑дың 40 йыллығы ис. з‑д) булараҡ ойошторола, 1959 й. файҙаланыуға тапшырыла; 1968 й. башлап Ш.г.э.з., 1988 й. алып “Башнефть” ПБ составына инә. 1998 й. башлап Туймазы газ эшкәртеү з‑дының, 2003 й. – “Аксаковнефть” НГДУ‑һының, 2005 й. – “Башнефть” АНК филиалы “Башнефть—Ишембай” ААЙ‑ның, 2010 й. — “Ишимбайнефть” НДГУ‑һының газ эшкәртеү производствоһы. Пр‑тиела БР‑ҙа тәүге тапҡыр Нефтехимия производстволары ҒТИ ҡатнашлығында пентан фракцияларын меркаптандарҙан таҙартыу процесы үҙләштерелә (1988).
Р.С.Ғилметдинов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов