Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘҮРӘ”, халыҡ йыры

Просмотров: 1225

“ШӘҮРӘ”, “Шәүрә килен”, башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр фонографҡа 1929 й. М.Ә.Байымовтан яҙып алына. Беренсе баҫма варианты Х.Ф.Әхмәтов яҙмаһында “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында сыға. Һуңыраҡ варианттарын И.А.Козлов, Л.Н.Лебединский, К.Й.Рәхимов, И.В.Салтыков, Н.Д.Шоңҡаров һ.б. яҙып ала. Лирик йыр. Темаһы — пар булмаған никах (ҡара: Левират). Риүәйәт б‑са, бөрйән ҡәбиләһенән бер ҡарт улы Байымды ағаһының тол ҡалған ҡатынына өйләндерә, был ҡатындың ҙурайған улы була һәм ул Шәүрә исемле ҡыҙға өйләнә. Байым м‑н Шәүрә бер‑береһенә ғашиҡ була һәм йәшеренеп осраша башлай. Улар йыр м‑н үҙҙәренең хистәрен белдерә. Бергә булыу теләге м‑н ғашиҡтар өйҙән ҡасып китә. Йырҙың барлыҡҡа килеүе т‑дағы тағы бер легенданы М.А.Буранғолов яҙып алған. Йыр төҙөлө­шө — ике һөйләмдән торған ҡабатланыусан период, ул көйҙөң төп өндәрен үҙ эсенә алған вокализ м‑н берләшкән. Лады — ми­нор пентатоникаһы. Юғары тоник өндән түбәнге кварта интервалына һикереш көйгә үҙенсәлек өҫтәй. Шиғри тексы ғашиҡтар араһындағы диалог формаһында төҙөлгән. Башҡарыусылар араһында Ф.Х.Бикбулатов, С.И.Дилмөхәмәтов (ҡара: Дилмөхәмәтовтар), Т.М.Дәүләтшин, З.З.Илбаева, Ф.Ә.Килдейәрова, М.Н.Ҡәҙерғолов, А.А.Солтанов бар. Рәхимов, Әхмәтов тауыш һәм фп. өсөн, А.Х.Ғабдрахманов хор (a cappella) өсөн эшкәртә. Йыр легендаһының мотивтары б‑са Буранғолов “Шәүрәкәй” пьесаһын, З.Ғ.Исмәғилев “Шәүрә” операһын яҙа.

Әҙәб.: Б у р а н ғ о л о в М.А. Сәсән аманаты: халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995; Башкирское народное творчество. Т.8. Песни (дооктябрьский период). Уфа, 1995.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.10.2021