Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГРАМОТА МӘКТӘПТӘРЕ

Просмотров: 1248

ГРАМОТА МӘКТӘПТӘРЕ, 1) Рәсәйҙә 19 б. — 20 б. башында элементар типтағы башланғыс уҡыу йорттары. Ауыл халҡының ихтыяры б‑са уларҙың аҡсаһына асыла. Халыҡ мәғарифы министрлығының 1882 й. 14 февр. циркулярына ярашлы, Г.м. тейешле танытмаһы булмаған кешеләр ҙә уҡыта алған. Дәүләт мөлкәте министрлығы һ.б. ведомстволар, айырым кешеләр, 1891 й. алып Изге Синод ҡарамағында була. Уҡыу курсы 1—2 йыл дауам иткән. Уҡыу программаһына Алла Ҡануны, сиркәү йыры (тауыштан), сиркәү-славян теле, уҡыу, яҙыу, арифметика нигеҙҙәре ингән. 1918 й. бөтөрөлә. 1900 й. Өфө губернаһында — 79 (башланғыс уҡыу йорттарының дөйөм һанынан 9,2%), Ырымбур губернаһында 310 (24,1%) Г.м. иҫәпләнә. 2) СССР‑ҙа 1920‑се йй. наҙанлыҡты бөтөрөү пункттары һәм мәктәптәре. 1921 й. башына Бәләкәй Башҡортостанда 393 пункт (6500‑ҙән ашыу уҡыусы) эшләй.

И.Н.Байышев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: