Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭШСЕ ЙӘШТӘР МӘКТӘПТӘРЕ

Просмотров: 1197

ЭШСЕ ЙӘШТӘР МӘКТӘПТӘРЕ, СССР‑ҙа производствонан айырылмайынса уҡыу өсөн дөйөм белем биреү йорттары. СССР ХКС‑ының “Предприятиеларҙа эшләгән үҫмерҙәрҙе уҡытыу тураһында” ҡарары (1943) б‑са ҡалаларҙа һәм эшселәр ҡасабаларында пр‑тиеларҙа эшләгән үҫмерҙәр мәктәптәре булараҡ асыла, 1944 й. алып Э.й.м. Уҡыусылар 7 йыллыҡ (5—7 кластар) һәм урта мәктәп (5—10 кластар) кимәлендәге дөйөм белем ала. Уҡыу йылы 48 аҙна тәшкил итә. Э.й.м. уҡыусылары өсөн ҡыҫҡартылған эш аҙнаһы билдәләнә. Күсереү һәм сығарылыш имтихандары үткәрелә. 1958 й. киске (сменалы) урта дөйөм белем биреү мәктәптәренә (ҡара: Киске мәктәптәр) үҙгәртелә.

БАССР‑ҙа 1945—46 уҡыу йылында 37 Э.й.м. (4955 уҡыусы) эшләй, ш. иҫ. урта мәктәптәр — 10, 7 йыллыҡ мәктәптәр — 25, башланғыс мәктәптәр — 2; 1953—54 уҡыу йылында 64 Э.й.м. (8200 уҡыусы) була, ш. иҫ. урта мәктәптәр — 54, 7 йыллыҡ мәктәптәр — 10. 1943—58 йй. Э.й.м. 75 меңдән ашыу кеше тамамлаған.

И.Н.Байышев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: