Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАФИҠОВ Ғәзим Ғәзиз улы

Просмотров: 1470

ШАФИҠОВ Ғәзим Ғәзиз улы (1.10. 1939, Фрунзе — 29.1.2009, Өфө), яҙыусы, тәржемәсе, публицист. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1989). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1977). БДУ‑ны (1962), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1983) тамамлаған. 1962 й. алып “Ленинсы” гәз. эшләй, 1968 й. башлап БАССР МС эргәһендәге ТВ һәм радиотапшырыуҙар ком‑тында өлкән мөхәррир, 1971 й. — ТТӘИ‑лә ғилми хеҙм‑р, 1972—78 йй. БАССР Яҙыусылар союзын­да әҙәби консультант, 1998—99 йй. “Бельские просторы” ж. баш мөхәррир урынбаҫары. “Эйәрҙә тыуғандар” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1971 й. сыға. Ш. шиғриәтенә күп ҡырлылыҡ, тәьҫирлелек, милли колорит, фольклор м‑н бәйле бу­лыу хас. “Йырсы һабаҡ” (1979), “Шүлгәнташ йыры” (1989), “Кант формулаһы” (1996) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. Ш. прозаһы башҡорт халҡы тарихының драматик биттәрен художестволы тикшереүгә арналған. “Атыу” (1999) романында Урал аръяғы башҡорттарының продразвёрсткаға һәм большевистик террорға ҡаршы баш күтәреүе сағылдырылған. “Сыңғыҙ хан күләгәһе” (2007) романында башҡорт халҡының 12—13 бб. тормош панорамаһы һүрәтләнгән. “Дәүерҙең намыҫы һәм ҡорбандары” (1991), “Ҡабырғаға ҡаҙалған ырғаҡтар” (1993), “Тарихтың ҡыҙыу һулышы” (1998) йыйынтыҡтарына ингән очерк һәм мәҡәләләре Башҡортостан тарихында ҙур роль уйнаған кешеләргә, сәйәси репрессиялар ҡорбандарына арналған. Ш. әҫәрҙәре башҡорт теленә тәржемә ителгән. Ш.Бабич, З.А.Биишева, К.К.Кинйәбулатова, Т.Ҡарамыш, М.И.ӨмөтбаевСалауат Юлаев һ.б. әҫәрҙәрен, “Аҡбуҙат”, “Урал батыр”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Юлай менән Салауат” эпостарын, “Башҡорт халыҡ ижады” (урыҫ телендә) баҫмаһына ингән легендаларҙыәкиәттәрҙебәйеттәрҙеәйтемдәрҙемәҡәлдәрҙе һ.б. урыҫ теленә тәржемә итә. “Һәҙикән” (“Хадия”; 1990; реж. Р.Х.Нуруллин), “Зәки Вәлиди Туған” (“Заки Валиди Тоган”; 1992; реж. Ә.Ғ.Абдразаҡов), “Ташта минең ҡуйы ҡаным...” (“На камне кровь моя густая...”; 1994; реж. М.Н.Яҡшымбәтов, бөтәһе лә — “Башҡортостан” ДТРК) документаль‑публицистик фильмдар сценарийҙары авторы. “Операция” (1982), “Ҡара юрға” (1998), “Атилла” (2002), “Урал батыр” (2006) һ.б. пьесалары Башҡорт драма театрындаУрыҫ драма театрында, БР‑ҙың башҡа театрҙарында, РФ һәм сит ил театрҙарында ҡуйылған. Ш. шиғырҙарына Н.Ә.Дауы­тов, Р.М.Хәсәнов һ.б. комп. тарафынан йырҙар, кантаталарораторияларроманстар яҙылған. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (1992), С.Чекмарёв ис. (1989), Һ.Дәүләтшина ис. (1992), Аҡмулла ис. (1995), Р.Ғарипов ис. (1998) пр. лауреаты. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2004). Өфөлә урамға Ш. исеме бирелгән.

Әҫәрҙ.: Старик в ночи: повести, рассказы, очерки. Уфа, 2004; Избранное: в 2 т. Уфа, 2009—2011.

И.Л.Кинйәбулатов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2021
Связанные темы рубрикатора: