Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУРҠА СӘСКӘ

Просмотров: 656

ТУРҠА СӘСКӘ (Scutellaria), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, ике ярымшарҙың тропик, субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп йыллыҡ төклө тамырһабаҡлы үләндәр. Һабаҡтары күп һанлы, төҙ йәки күтәрелеүсән, ябай йәки ҡапма‑ҡаршы урынлашҡан ботаҡтар м‑н, бейеклеге 15—150 см. Япраҡтары һаплы, оҙонса‑ланцет, өсмөйөш‑йөрәк йәки йомортҡа формаһында, ситтәре киртләсле‑тешле йәки бысҡы һымаҡ тешле. Сәскәләре үҙгәртелгән йәки айырымланмаған сәскә яны япраҡтары ҡуйынында 1—2‑шәрләп йыйылған. Тажы алһыу күк‑зәңгәр йәки шәмәхә төҫмөрлө һары төҫтә; ике иренле бөгөлгәнлек м‑н: өҫкө ирене торҡа рәүешле, ҡабарынҡы, аҫҡыһы — киң, яҫы, өҫкөһөнә ҡарағанда ҡыҫҡараҡ йәки оҙонораҡ. Каса япраҡсаһы ҡыңғырау формаһында, ике иренле. Сәскәлеге суҡ йәки ялған башаҡ рәүешле. Май—авг. сәскә ата. Емеше — ҡыҫылған шар рәүешле сәтләүек, авг.—сент. өлгөрә. Тәпәш Т.с. уба һәм тауҙарҙың эзбизлы, ташлы битләүҙәрендә, ябай Т.с., шикле Т.с. — һаҙлыҡ һәм һыу ятҡылыҡтары яры буйлап, ҡыуаҡлыҡта, һыубаҫар туғайҙарҙа үҫә; БР‑ҙың бөтә терр‑яһында осрай. Бейек Т.с. аҙ һанлы популяциялары Башҡортостандың Урал алды (Ауырғазы, Мәләүез р‑ндары) һыу ятҡылыҡтары ярҙары буйлап, урмандарҙа һәм урманлы битләүҙәрҙә, ҡыуаҡлыҡ араларында табылған. Составында иридоидтар, флавоноидтар, эфир майҙары һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Декоратив үҫемлектәр (бейек Т.с., шикле Т.с.), мал аҙыҡтары, һитә һәм баллы үҫемлектәр (ябай Т.с.). Бейек Т.с. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: