Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҢКЕШТӘР

Просмотров: 1014

ИҢКЕШТӘР (Bombus), ысын бал ҡорттары ғаиләһенә ҡараған яры ҡанатлылар заты. Яҡынса 300 төрө билдәле; Африканан башҡа, бөтә континенттарҙа ла киң таралған. БР‑ҙа 40‑тан ашыу төрө бар: баҡса И., баҫыу И., ер И., ҡала И., өң И. һ.б. Тәне 3,5 см тиклем оҙонлоҡта, ҡуйы төклө, ҡара, аҡ, сағыу ерән һәм һары һыҙатлы. Инә һәм эшсе заттарҙың (үҫешеп етмәгән инә бөжәктәр) ҡаяуы бар; артҡы сирағы һеркә ташыуға яраҡлашҡан: оҙон ныҡлы төк менән уратылған уйымы бар. Ата заттар (әре ҡорттар) оҙон мыйыҡлы, ҡушылыу ҡыҫҡыстары бар, инә бөжәктәрҙән вағыраҡ, эшсе заттарҙан ҙурыраҡ. Ояны (йомро, төҙөк булмаған овал күҙәнәкле, ҡоро үлән ҡатыш балауыҙҙан эшләнгән) аталанған ҡышлап сыҡҡан инә зат яҙын кимереүселәрҙең буш өңөндә, таш араһында, мүк аҫтында төҙөй. Кәрәҙ күҙәнәгенә 8—16 (оҙонлоғо 2—4, диаметры 0,5—1,0 мм) йомортҡа һала. 5—6‑сы көнгә йомортҡаларҙан балағорттар сыға, улар 10—12, ҡурсаҡтар 2 аҙна үҫә. Эшсе заттар май аҙағында—июндә сыға, ата һәм инә заттар — августа. БР шарттарында миҙгеленә бер нисә быуын үҫә. Аталанған йәш инә заттар ҡышлай. И. көндөҙ әүҙем. Сәскәле үҫемлектәр нектары һәм һеркәһе менән туҡлана. Бөтә ерҙә лә осрай. И. үҫемлектәрҙе, бигерәк тә клеверҙарҙы, һеркәләндерә. Әрмән И., үҙгәреүсән И., таңҡа И. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына, әрмән иңкеше шулай уҡ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022