Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕГЕҮ СӘНӘҒӘТЕ

Просмотров: 1247

ТЕГЕҮ СӘНӘҒӘТЕ, еңел сәнәғәттең туҡыма, трикотаж туҡыма, күн, тире, конструкция материалдарынан, ш. уҡ төрлө фурнитуранан кейем, көнкүреш һәм техник тәғәйенләнешле төрлө изделиелар етештереүсе тармағы. Башҡортостанда 19 б. үҫешә башлай, кейем кустарь ысул м‑н етештерелә (ҡара: Күн эше, Һөнәрселек кәсебе), ҡалаларҙа тегеү оҫтаханалары һәм артелдәре эшләй, 1929 й. 8 Март ис. Өфө тегеү ф‑каһы ойошторола (ҡара: Өфө сәнәғәт‑сауҙа тегеү фирмаһы). 1934 й. Т.с. 13 пр‑тиеһында 2 меңдән ашыу кеше эшләй, БАССР сәнәғәтенең етештереү күләмендә тармаҡ өлөшө 4,5% тәшкил итә. 40‑сы йй. Бөрө, Стәрлетамаҡ ҡҡ. ф‑калар, 1953 й. Яңы Өфө тегеү ф‑каһы (ҡара: “Мир”), 1955 й. Салауат тегеү ф‑каһы (ҡара: “Содис”), 1957 й. Октябрьский тегеү фабрикаһы, 60‑сы йй. башында Өфө Моделдәр йорто (ҡара: Мода үҙәге) төҙөлә. 2004 й. тармаҡта 229 пр‑тие һәм производство, ш. иҫ. “Ағиҙел”, Бөрө тегеү фабрикаһы, Мода йорто, “Одежда”, Учалы тегеү фабрикаһы, “Эш кейеме комбинаты” ЯАЙ (Өфө), була. БР‑ҙа еңел сәнәғәт етештереү күләменең 17,7%‑ы Т.с. өлөшөнә тура килә, унда 2,6 меңдән ашыу хеҙм‑р эшләй (2004). Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла. Продукция етештереү динамикаһын табл. ҡарағыҙ. Т.с. өсөн белгестәр Иҡтисад һәм сервис университетында, Технология һәм дизайн колледжында әҙерләнә.

И.В.Лаврешина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Башҡортостанда тегеү сәнәғәте продукцияһының төп төрҙәрен етештереү, мең дана

 

1960

1980

2000

2010

Пальто, ярым пальто

1172

707

36

0,8

Плащ

128

1

Костюмдар

1045

937

51

5,4

Күлдәктәр

779

4986

88

22,0

Салбарҙар

736

2835

210

8,2

Юбкалар

14

115

6

8,9

Курткалар

1085

54

3,7

Йоҡо күлдәктәре

1841*

2200

86

1,3

Түшәк кәрәк‑яғы

530

223,5

Мамыҡ юрғандар

168

8

3,2

*1964 й. мәғлүмәт

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: