ШОРНИКОВ Дмитрий Владимирович
ШОРНИКОВ Дмитрий Владимирович (24.11.1961, Өфө ҡ. — 20.10.2020, шунда уҡ), спортсы. Химия фәндәре кандидаты (1991). Спорт туризмы буйына Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2005), бөтә Рәсәй категориялы судья (2012). БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2008). ӨНИ‑не тамамлаған (1984). ӨДНТУ‑ның “Урал” туристик клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры — С.П.Алопин). Рәсәй чемпионы (2002, 2005, 2018), донъя чемпионатының көмөш призёры (2017), Рәсәй чемпионатының бронза призёры (2003). ӨДНТУ‑ның “Урал” туристик клубы рәйесе (1997 й. алып), бер үк ваҡытта БР Йәйәүле туризм федерацияһы рәйесе (2001 й. алып) һәм БР Спорт туризмы федерацияһы президенты (2007 й. алып).
Тәрж. Г.А.Миһранова