Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘЖӘРӘ

Просмотров: 1990

ШӘЖӘРӘ (ғәр. шаджара — ағас), төрки, монгол һ.б. халыҡтарҙа ҡәбиләнең, ырыуҙың, ғаиләнең телдән йәки яҙма рәүештә теркәлгән генеалогия тарихы; көнсығыш әҙәбиәттең тарихи‑функциональ жанры. Ш. төҙөү ырыу экзогамияһына бәйле. Башҡорттарҙа номиналь (ырыу башлығынан йәки төҙөүсенән алып ир‑егеттәр яғынан һәр быуынды атап сығыу) һәм нарратив (ш. уҡ тарихи ваҡиғаларҙы, кешеләрҙе, документтар тексын һ.б. үҙ эсенә ала) Ш. осрай. Тәүҙә ырыу т‑да мәғлүмәттәр быуындан‑быуынға телдән тапшырыла, яҡынса 14—16 бб. тәүге яҙма Ш. барлыҡҡа килә. Ҡәбилә һәм ырыу, уларҙың башлыҡтарының, билдәле батырҙар, бейҙәр, кенәздәр, мырҙалар, тархандар, хандарҙың нәҫел тарихын үҙ эсенә ала. Ҡәбилә һәм ырыуҙарҙың йәшәгән урындары, аҫаба ерҙәрҙең сиктәре (ҡара: Аҫабалыҡ), башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә ҡоролошо, ер сәйәсәте, көнкүреше, йолалары т‑да мәғлүмәттәр, жалованный грамоталарҙың, ярлыҡтарҙың күсермәләре һәм тәржемәләре, легендалар, риүәйәттәр һ.б. ингән. Күбеһенсә 18—19 бб. күсермәләрендә, һирәгерәк боронғораҡ исемлектәрҙә һаҡланған 150‑гә яҡын башҡорт (башлыса көньяҡ‑көнсығыш һәм көньяҡ ҡәбиләләр) Ш. билдәле. Нарратив Ш. идея‑эстетик тәрәнлеге, ҡатмарлы төҙөлөшө, теле һәм стиле йәһәтенән иң яҡшы өлгөләре башҡорт әҙәбиәтендә үҙенсәлекле күренеш булып тора (ҡара: “Бөрйән ырыуы шәжәрәһе”, “Мең ырыуы шәжәрәһе”, “Тамъян ырыуы шәжәрәһе”, “Үҫәргән ырыуы шәжәрәһе”, “Юрматы ырыуы шәжәрәһе” һ.б.). Р.Ғ.Кузеев тарафынан “Башҡорт шәжәрәләре” (1960; “Башкирские шежере”) йыйынтығында ҙур башҡорт ҡәбиләләре һәм ырыуҙарының 25 Ш., Р.М.Болғаҡов һәм М.Х.Нәҙерғолов тарафы­нан “Башҡорт нәҫелдәре тарихы” (2002; “Башкирские родословные”) йыйынтығында 27 нәҫел тарихы нәшер ителә. ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында, Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлегендә, Милли архивта, БР‑ҙың Үҙәк тарих архивында һ.б. һаҡлана (ҡара: Китап-ҡулъяҙмалар фонды).

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019