Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ИРӘКТЕ ЫРЫУЫ ШӘЖӘРӘҺЕ”

Просмотров: 873

“ИРӘКТЕ ЫРЫУЫ ШӘЖӘРӘҺЕ”,Ҡара-Табын ырыуы шәжәрәһе”, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, шәжәрә. Төрки телендә яҙылған. 1852—87 йй. Ғ.Соҡорой шәжәрәнең бер нисә вариантын төҙөй (өс сәсмә һәм бер шиғри варианты билдәле). Сәсмә варианттарында табын ҡәбиләһенең ҡара‑табын ырыуынан сыҡҡан ирәкте башҡ. ырыуының тарихы тасуирлана. Әҫәр Ғ.Соҡоройҙоң Майҡы бейҙән килеүсе атабабаларының генеалогияһын бәйән итеүҙән башлана. Артабан ирәкте ырыуының Тубыл, Иртыш йй. үҙәндәрендә йәшәүе, уларҙың Көньяҡ Уралға күсенеүе һүрәтләнә. Башҡорттарҙың йәшәү рәүеше һәм көнкүреше, уларҙың Ҡазан ханлығы м‑н мөнәсәбәттәре, төньяҡ‑көнбайыш башҡорттарының Рус дәүләтенә инеүе (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы) т‑да мәғлүмәттәр бирелә; башҡ. ерҙәрен колониялаштырыу ентекле тасуирлана. Шәжәрә мауыҡтырғыс һәм образлы хикәйәләүгә ҡоролған. Унда этник тарих, этнография, фольклор б‑са материалдар бар. Шиғри вариантында башлыса ырыу тарихынан иң мөһим ваҡиғалар, уның башҡа башҡ. ҡәбиләләре һәм ырыуҙары м‑н мөнәсәбәттәре һүрәтләнә. Варианттарҙың береһен (сәсмә) С.Ғ.Мирасов 1927 й. “Башҡорт аймағы” ж. баҫтыра, ш. уҡ вариант “Башҡорт шәжәрәләре” (“Башкирские шежере”; 1960) йыйынтығына индерелгән; икенсеһе Ш.Мәржәниҙең “Мостафад әләхбәр фи әхвәли Ҡазан вә Болғар” (1‑се китап, 1885; “Ҡазандағы һәм Болғарҙағы хәл тураһындағы хәбәрҙәрҙән күсермәләр”) китабына ингән, һуңғыһы һәм тағы ике ҡулъяҙма Ҡазан ун‑тының ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлегенең Шәреҡ секторында һаҡлана.

Әҙәб.: Соҡорой Ғ. Шәм яҡтыһы: шиғырҙар, сәсмә әҫәрҙәр, тарихи яҙмалар, хаттар. Өфө, 1995.

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019