Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ РУС ДӘҮЛӘТЕНӘ ҠУШЫЛЫУЫ

Просмотров: 4847

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ РУС ДӘҮЛӘТЕНӘ ҠУШЫЛЫУЫ, башҡорттарҙың килешеү нигеҙендә Рус дәүләте составына инеүе. 16 б. уртаһына тиклем Башҡортостан Ҡазан ханлығы, Нуғай Урҙаһы, Себер ханлығы һәм Әстерхан ханлығы составында була. Ҡазан ханлығын яулап алғандан һуң батша Иван IV башҡорттарға үҙ ирке м‑н Рус дәүләте составына инеү тәҡдиме м‑н мөрәжәғәт итә. Һөйләшеүҙәр алып барыр өсөн һәр башҡ. ырыу-ҡәбилә берләшмәһе Ҡазанға, артабан Мәскәүгә урыҫ батшаһына илселек (делегация) ойоштора, уға халыҡ йыйылышында (ҡара: Йыйын, Ҡоролтай) һайланған башҡ. зыялылары (башлыса бейҙәр) инә. 1554—57 йй. Ҡазанда батша наместнигы баяр А.Б.Горбатый-Шуйский м‑н һөйләшеүҙәрҙе Башҡортостандың төньяҡ- көнбайыш өлөшө башҡорт ҡәбиләләре һәм ырыуҙары байлар, бүләр, ғәйнә, ирәкте, ҡаратабын (ҡара: Табын), уран, артабан үҙәк өлөшө — мең, юрматы, көньяҡ-көнсығыш — бөрйән, ҡыпсаҡ, тамъян, үҫәргән, көнсығыш өлөшө — табын, көҙәй һ.б. вәкилдәре алып бара. 1557 й. башҡ. илселәре Мәскәүгә саҡырыла, унда һөйләшеүҙәр тамамлана һәм башҡорттар хөкүмәт м‑н Рус дәүләте составына инеү шарттары т‑да килешеү төҙөй; ҡәбилә вәкилдәренә Б.Р.д.ҡ. шарттары яҙылған жалованный грамоталар тапшырыла, башҡ. ҡәбиләләре башлыҡтарына тархан, кенәз дәрәжәләре бирелә, ҡайһы берәүҙәре староста итеп ҡуйыла. Урал аръяғы башҡорттарының бер өлөшө Күсем нәҫеле ғәскәрҙәренең Рус ғәскәрҙәре м‑н көрәше барышында ҡушылған була. Батша грамоталары Рус дәүләте һәм башҡорттар араһында килешеү булып тора. Жалованный грамоталар нигеҙендә төҙөлгән башҡ. шәжәрәләрендә башҡорттарҙың ҡушылыуының татыулыҡ характерында ғына булмауы, ш. уҡ ике яҡ араһында һөйләшеүҙәр үтеүе, инеү шарттарының килешелгән булыуы һәм уларҙың бер яҡлы ғына боҙолоуы мөмкин түгеллеге т‑да фекер даими рәүештә үткәрелә. Иван IV хөкүмәте тыныс тормош, хәрби яҡлау, башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын үтәү, дин тотоу иреклеге, эске эштәргә ҡыҫылмау, урындағы үҙидаран һаҡлауға гарантия бирә. Башҡорттар үҙҙәрен Рус дәүләте подданныйҙары итеп таный, хәрби йөкләмә (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) үтәргә, яһаҡ түләргә вәғәҙә итә. Б.Р.д.ҡ. һөҙөмтәһендә уның терр‑яһы күпкә киңәйә һәм халҡы күбәйә, башҡорттарҙың һаны арта, үҙ-ара һуғыштар туҡтала, ҡәбиләләр этник яҡтан туплана, яңы ҡалалар барлыҡҡа килә, тәбиғәт байлыҡтарын үҙләштереү башлана, сәнәғәт үҫеш ала. Шул уҡ ваҡытта башҡорттар милли дәүләт төҙөү мөмкинлеген юғалта. Һуңыраҡ власть вәкилдәре килешеүҙең ҡайһы бер шарттарын боҙа (башҡ. аҫаба ерҙәре баҫып алына, һалым һәм йөкләмәләр арта, халыҡтың традицион йәшәү рәүеше, урындағы үҙидаралыҡ системаһы боҙола, колониялаштырыу башлана), был урындағы халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙыра һәм ихтилалдарға [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.)] килтерә. Рус дәүләте составына инеү башҡорттар өсөн яңы тарихи үҫеш юлы аса. Рәсәй өсөн күп тәбиғи байлыҡтары һәм халҡы булған бик ҙур терр‑яның тыныс юл м‑н ҡушылыуы уның күп милләтле держава булараҡ барлыҡҡа килеүендә һәм нығыныуында мөһим осор була. Историографияла Б.Р.д.ҡ. характеры т‑да 3 ҡараш йәшәп килә: үҙ ирке м‑н (В.Н.Татищев, П.И.Рычков, Н.М.Карамзин, Д.Н.Соколов, М.И.Өмөтбаев, Н.В. Устюгов, Ә.Н.Усманов, Р.Ғ.Кузеев, И.Ғ.Аҡманов һ.б.), көсләп (С.М.Соловьёв, В.Н.Витевский, Ә.Ә.Вәлидов, П.Ф.Ищериков, Ш.И.Типеев, А.П.Чулошников, А.С.Доннелли һ.б.), ирекле-мәжбүри ҡушылыу (Ә.З.Әсфәндиәров, Н.А.Мәжитов, Ә.Н.Солтанова, В.В.Трепавлов һ.б.). Б.Р.д.ҡ. ваҡиғалары шәжәрәләрҙә теркәлгән, башҡ. фольклоры әҫәрҙәрендә сағылған. Б.Р.д.ҡ. хөрмәтенә Өфөлә Дуҫлыҡ монументы төҙөлә. Республикала Б.Р.д.ҡ. 400 (1957) һәм 450 (2007) йыллығына арналған тантаналы саралар, ғилми конф. үткәрелә.

Әҙәб.: Рычков П.И. История Оренбургская: (1730—1750). Оренбург, 1896; Чулошников А. Феодальные отношения в Башкирии и башкирские восстания XVII и первой половины XVIII вв. //Материалы по истории Башкирской АССР. Ч.1. М.; Л. 1936; Устюгов Н.В. Башкирское восстание 1662—1664 гг. //Исторические записки. М., 1947, №24; Соловьёв С.М. История России с древнейших времён. Кн.8. Т. 15—16. М., 1963.

И.Ғҡманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019