Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШОР ТЕЛЕ

Просмотров: 1019

ШОР ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (уйғыр төркөмө). Шорҙарҙың милли теле. Кемерово өлк., ш. уҡ Красноярск край­ында, Хакасияла таралған. Һөйләшеүселәр һаны – 6 меңдән ашыу кеше (2002). Алтай теленә һәм хаҡас теленә яҡын. Ш.т. мрассу һәм кондома диалекттары айырыла. Мрассу диалекты 20 б. 20—30‑сы йй. әҙәби тел булараҡ ҡулланыла. Хәҙерге Ш.т. көндәлек аралашыу теле булып тора. Фонетикаһына оҙон һәм ҡыҫҡа һуҙынҡыларҙы ҡаршы ҡуйыу хас: “оол” (ул) – “ол” (ул, теге); эйәлек аффиксы булған һүҙҙәрҙә [ы], [и], [у], [ӱ] тар һуҙынҡыларының редукцияһы күҙәтелә: “орун” (урын) о[рун] һәм “орным” (минең урыным) о[рн]ым, “моюн” (муйын) мо[йу]н һәм “мойнынъ” (һинең муйының) мо[йн]ынъ һ.б. Башҡорт теленән айырмалы рәүештә, ике һуҙынҡы араһындағы позицияла һаңғырау тартынҡы яңғыраулана, сағ.: шорса “паш” (баш) па[ш] һәм “пажынъ” (һинең башың) п[ажы]нъ – башҡортса баш ба[ш] һәм “башың” б[ашы]ң, “эт” (ит) э[т] һәм “эди” (уның ите) [эди] – “ит” и[т] һәм “ите” [ите]. Хәл ҡылымдар ҡылым нигеҙҙәренән ‑ып, ‑чадып, ‑а, ‑ала, ‑ганче аффикстары ярҙамында яһала: “энип” (төшөп), “нанчадып” (ҡайтып), “тура” (баҫып), “кӧреле” (күреп), “кӱн шыкканче” (ҡояш ҡалҡҡансы). Ш.т. һүҙлек составы нигеҙендә дөйөм төрки лексика ята; монгол, урыҫ телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Ҡушма һөйләмдәрҙә башлыса теркәүесһеҙ бәйләнеш таралған. Яҙыуы 1927 й. алып кириллица, 1929 й. – латин алфавиты, 1938 й. башлап яңынан урыҫ графикаһы нигеҙендә башҡарыла. Хәҙ. шор алфавиты 35 хәрефтән тора.

Ғ.Д.Ибраһимов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: