ШЕЛЛЬ Юлиан Карлович
ШЕЛЛЬ Юлиан Карлович (1846 — 1.2.1881, Вильна губернаһы Вильна ҡ.), ботаник, флорист. 1877—78 йй. Өфө губернаһында һәм Ырымбур губернаһында ботаник‑географик тикшеренеүҙәр үткәргән, һөҙөмтәлә ҡатмарлы төҙөлөшлө көпшәле һәм ябай төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең бик күп гербарий өлгөләре коллекцияһын йыйған (күпселек өлөшө Ҡазан университетының Гербарийында һаҡлана). “Өфө һәм Ырымбур губерналарының ботаник географияһы өсөн материалдар” мәҡәләләрендә (1881, 1883) ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең 1054 төрө килтерелгән, уларҙың күбеһе Башҡортостан территорияһы өсөн элек билдәһеҙ булған; тәүге тапҡыр күп үҫемлектәрҙең башҡортса атамалары баҫтырып сығарылған. Император Ҡазан университеты эргәһендәге Тәбиғәтте өйрәнеүселәр йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Уның исеме менән үҫемлектәр аталған (Шелль тырнағуты һәм Шелль һолобашы).
А.Ә.Мулдашев
Тәрж. Г.А.Миһранова