Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺОЛОБАШ

Просмотров: 901

ҺОЛОБАШ (Helictotrichon), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Евразияла, Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда сүл Һ., Шелль Һ., ялбыр Һ. үҫә. Төрлө тығыҙлыҡтағы кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ үләндәр, бейеклеге 60—100 см тиклем. Япраҡтары яҫы йәки шырт, оҙон һәм тар йәймәле, буйға һуҙылған, телсәләре бар. Башаҡтарының ике енесле 2—5 (7‑гә тиклем) сәскәһе була, башаҡ тәңкәләре 3—5 тамырлы ланцет формаһында. Аҫҡы сәскә тәңкәһе 5—7 (9‑ға тиклем) тамырлы, килһеҙ, быуынлап бөгөлгән оҙон ҡылсыҡлы. Емшәне ҡыҫҡа төклө. Сәскәлеге — һепертке. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июнь—авг. өлгөрә. Далаларҙа, болондарҙа, һирәк урмандарҙа, ҡоро битләүҙәрҙә үҫә; респ. урман‑дала, дала, һирәгерәк (сүл Һ.) тау‑урман зоналарында таралған. Мал аҙығы үҫемлектәре.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.04.2023