Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШИЗОФРЕНИЯ

Просмотров: 1009

ШИЗОФРЕНИЯ (гр. schіzō — бүлгеләү һәм phrēn — аҡыл, фекер), баш мейеһенең хроник ауырыуы, психик процестарҙың, хәрәкәттең диссоциацияһы һәм шәхестең үҙгәреүе (әүҙемлектең кәмеүе, аутизм һ.б.) м‑н бергә бара. Ш. формалары: ге­бефрения, кататония, параноидлы һ.б.; барышы типтары: өҙлөкһөҙ, өйәнәк һымаҡ‑прогредиент һәм рекуррент. Ш. үҫеүенә нәҫелдән килгән бирешеүсәнлек, матдәләр алмашыныуы боҙолоу, аҡһым алмашыу продукттары м‑н ағыуланыу һәм баш мейеһенә кислород етмәү булышлыҡ итә. Төп симптомдары: фекерләү, аңлау, эмоциялар һәм хәрәкәт функциялары боҙолоуы. Диагностика өсөн клиник, патопсихологик, эксперименталь‑психологик, инструменталь һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз, психотерапия, хеҙмәт терапияһы, социотерапия һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: соц. дезадаптация һ.б. Башҡортостанда 100 мең кешегә Ш. м‑н ауырығандар түбәндәгесә теркәлгән: 2005 й. — 320,99; 2007 — 322,7; 2009 — 317,2 кеше. Ш. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 19 б. 90‑сы йй. С.П.Сухов етәкс. Өфө губ. земство психиатрия дауаханаһында (ҡара: Психиатрия дауаханаһы №1) һәм Губ. земство дауаханаһында (ҡара: Ре­спублика клиник дауаханаһы) башлана. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) 20 б. 40—50‑се йй. А.С.Борзунова етәкс. тартышыуға ҡаршы саралар м‑н дауалауға бәйле Ш. һәм эпилепсияның патогенезы (М.Н.Ғайсина һ.б.), Ш. дауалағанда префронталь лоботомия ысулын ҡулланыу (И.Ф.Случевский) өйрәнелә. 60—70‑се йй. ауырыуҙың патоморфо­зы, параноидлы Ш. булғанда диссимуляция (В.В.Чирко) тикшерелә; уны инсулин һәм аминазин м‑н дауалауҙың һөҙөмтәлелегенә сағыштырма анализ үткәрелә (Д.Ғ.Йәнекәев), Ш. барышының төрлө этаптарында арҡа мейеһе шыйыҡсаһында һәм ҡан сывороткаһында антистрептолизин‑О һәм С‑реактивлы аҡһымдың күләме өйрәнелә (М.Н.Красиль­никова), шизофреник һаташыуҙа эмоциональ патологияның роле асыҡлана (В.В.Дезорцев). 80—90‑сы йй. 50 йәште үткән Ш. м‑н ауырыған һәм йәмғиәт өсөн хәүефле ғәмәлдәр ҡылған ауырыуҙарҙың клиникаһы һәм соц. адаптация үҙенсәлектәре тикшерелә (Е.Р.Ҡунафина), ауыл ерендә йәшәгән психик ауырыуҙарҙы дауахананан тыш дауалауҙы камиллаштырыу ысул­дары эшләнә (Б.Л.Урицкий).

В.Л.Юлдашев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: