Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШОСТАКОВИЧ Дмитрий Дмитриевич

Просмотров: 754

ШОСТАКОВИЧ Дмитрий Дмитриевич (25.9.1906, С.‑Петербург — 9.8.1975, Мәскәү), композитор, пианист, педагог, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. СССР‑ҙың (1954), БАССР‑ҙың (1964) халыҡ артисы. Сәнғәт ғилеме д‑ры (1965), проф. (1939). Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Ленинград консерваторияһын тамамлаған (1923, Л.В.Николаевтың фп. класы; 1925, М.О.Штейнбергтың композиция класы). 1937 й. алып Ленинград, бер үк ваҡытта 1943—48 йй. Мәскәү консерватория­ларында уҡытҡан. 1957 й. башлап СССР Композиторҙар союзы, 1960 й. — РСФСР Композиторҙар союзы секретары. 15 сим­фония, 15 квартет, 3 опера, 3 балет, оперетта, 6 концерт, камера‑инструменталь, камера‑вокаль әҫәрҙәр, кантата‑ораториялар, к/ф музыка һ.б. авторы. Өфөлә 1942 й. 29 нояб. БАССР‑ҙа беренсе Совет музыкаһы декадаһы сиктәрендәге концертта И.В.Пет­ров етәкс. В.И.Ленин ис. Хәрби‑сәйәси акад. тынлы оркестры Ш. 7‑се симфонияһының 1‑се бүлеген башҡарған; Бәләбәй ҡ. 1942 й. 12 дек. симфонияны ҡабаттан башҡарғанда композитор үҙе ҡатнашҡан. Өфөлә Ш. ижади кисәләрендә автор СССР‑ҙың Ҙур театры Квартетына ҡушылып үҙ әҫәрҙәрен (Беренсе квартет, Фортепиано квинтеты, фп. өсөн пьесалар) башҡарған. 1964 й. 26 сент. — 1 окт. Ш. РСФСР Композиторҙар союзы идараһының Өфөлә үткәрелгән күсмә пленумына етәкселек иткән. Ленин пр. (1958), Сталин пр. (1941, 1942, 1946, 1950, 1952), СССР‑ҙың (1968) һәм РСФСР‑ҙың (1974) Дәүләт пр., Халыҡ‑ара тыныслыҡ пр. (1954) һ.б. лауреаты.

Әҙәб.: Махней С.И. Русские композиторы и Башкирия (к проблеме взаимодействия двух культур). Уфа, 2008.

С.И.Махней

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: