Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘҒӘЛИЕВ Рамаҙан Нурғәли улы

Просмотров: 1147

ШӘҒӘЛИЕВ Рамаҙан Нурғәли улы (1.2.1935, Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны Мөслим а. — 20.2.2010, Силәбе ҡ.), шағир. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1989). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1986). 1959—95 йй. “Мечел” мәҙәниәт һәм техника һарайының (Силәбе) “Айгөл” татар һәм башҡорт үҙешмәкәр халыҡ коллективы етәксеһе. “Асыҡтан‑асыҡ һөйләшеү” (“Откро­венно говоря”) исемле тәүге шиғри йыйынтығы 1973 й. сыға. “Һин ултыртҡан муйыл” (1979; башҡорт телендә 1985), “Биҙәктәр” (1989), “Күлдәр иле” (1994) һ.б. китаптарына ингән шиғырҙары эскерһеҙлеге һәм музыкаллеге м‑н айырыла. Балалар өсөн яҙылған “Йәнлектәрҙең бишек йырҙары” (1993), “Йәнлектәр донъяһында” (2004) һ.б. шиғырҙар йыйынтыҡтары авторы. Уның шиғырҙарына З.Ғ.Исмәғилев, А.Р.Хәлфетдинов һ.б. комп. тарафынан йырҙар яҙылған. 1962—2007 йй. Аҡмулла ис. Силәбе өлкә әҙәби берекмәһе етәксеһе. Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (Мәскәү, 1987). Аҡмулла ис. (2002), Ҡ.Даян ис. (2005) пр. лауреаты.

Әҫәрҙ.: Исемһеҙ йондоҙҙар: шиғырҙар. Өфө, 1981; Йылдарым һәм юлдарым: шиғырҙар. Өфө, 2005.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2021
Связанные темы рубрикатора: