ЩИПАЧЁВ Андрей Михайлович
ЩИПАЧЁВ Андрей Михайлович (3.3.1959, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2001), проф. (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1981) 1983 й. тиклем һәм 2005 й. алып шунда уҡ эшләй. 1987 й. башлап БАХИ‑ның өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1988 й. — ӨАИ эргәһендәге “Искра” Махсус электр технологияһы конструкторлыҡ‑технология бюроһы инженеры. 1990 й. — Ташкент техник ун‑тында, 1995 й. — ӨДСИ‑лә (2001 й. алып көнкүреш машиналары һәм приборҙары сервисы каф. мөдире). 2017 й. алып С.‑Петербург тау ун‑тында эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге материалдарҙы өйрәнеү ғилеменә, машиналар эшләүҙәге процестарҙың математик моделен әҙерләүгә арналған. Щ. тарафынан авиация конструкциялары деталдәрен эшкәртеүҙең оптималь ысулдарын һәм режимдарын циклик ныҡлыҡ критерийҙары б‑са һайлап алыу методологияһы эшләнә, металдарҙың ныҡлығы һәм емерелеүенең энергетик теорияһы үҫтерелә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР Рәссамдар ижади союзы ағзаһы (2003).
Хеҙм.: Термодинамическая теория прочности: прогнозирование многоцикловой усталости металлов. Уфа, 1998; Методы расчёта усталостной долговечности и предела выносливости с учётом модифицированных поверхностных слоёв. Уфа, 2000; Композиционные материалы. Уфа, 2005 (авторҙ.).
А.М.Смыслов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов