Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОНСТРУКТОРҘАР БЮРОҺЫ

Просмотров: 1589

КОНСТРУКТОРҘАР БЮРОҺЫ, ғилми-тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ эштәре башҡарыусы ғилми-техник ойошмалар. КБ-ның төп бурысы — ҡоролмалар, машиналар, аппараттар, приборҙар һ.б. етештереү һәм артабан файҙаланыу өсөн кәрәкле сығанаҡ мәғлүмәттәрҙе һыҙмалар, техник шарттар, ҡорамалды монтажлау, көйләү, тәрбиәләү б‑са инструкциялар рәүешендә эшләү. Сәнәғәт тармаҡтары, әйбер төрҙәре һ.б. б‑са махсуслашалар. Башҡарыла торған эш төрҙәренә ҡарап, махсус, тәжрибә йәки проект‑конструкторлыҡ һ.б. бюролар айырып йөрөтөлә. ҒТИ‑лар, вуздар эргәһендә, пр‑тиелар составында йә үҙ аллы учреждениелар сифатында эш итәләр. Башҡортостанда тәүге КБ-лар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эвакуацияланған пр‑тиелар составында барлыҡҡа килә. 1950 йй. алып үҙ аллы тикшеренеү учреждениелары булараҡ, 70‑се йй. аҙ. — 80‑се йй. башында вуздар эргәһендә ойошторолалар. Төбәк‑ара КБ‑лар ҙа асыла: “Грознефтехим” ҒПБ-ның махсус конструкторлыҡ технология бюроһы, Технология һәм производствоны ойоштороу ҒТИ‑ның Урал филиалы КБ (икеһе лә — Өфөлә) һ.б. Иң билдәле КБ-лар:

СССР Авиация сәнәғәте министрлығының Өфө машиналар эшләү КБ. 1955 й. 26‑сы з‑д эргәһендә тәжрибә КБ булараҡ асыла, 1957 й. үҙ аллы Дәүләт союз тәжрибә КБ-26 итеп үҙгәртелә, 1963 й. 300-сө Дәүләт союз берләшкән тәжрибә заводына тапшырыла һәм тәжрибә КБЗ‑300 тип исемләнә, 1966 й. алып Өфө “Союз” машиналар эшләү бюроһы, 1975 й. — ӨМЭЗ эргәһендәге тәжрибә КБ, 1982 й. алып Өфө машиналар эшләү КБ (ҡара: “Мотор”). СССР Авиация сәнәғәте (1955—57, 1965 йй.), СССР МС‑ының Авиация техникаһы б‑са дәүләт ком‑ты (1957— 63), СССР Бөтә Рәсәй ХХС‑ының Авиация техникаһы б‑са дәүләт ком‑ты (1963—65) ҡарамағында була. Авиация техникаһын һәм автомобиль двигателдәрен проектлау, эшләү, һынау һәм дәлилләүҙе, бер тапҡыр файҙаланыла торған турбореактив двигателде проектлау б‑са документтар әҙерләй.

“Нефтехимавтоматика” Башҡортостан махсус КБ, ААЙ. 1959 й. Яһалма шыйыҡ яғыулыҡ етештереүҙәге һәм нефть эшкәртеүҙәге автоматика б‑са махсус КБ‑ның Башҡ‑н филиалы булараҡ асыла, 1961 й. Нефть эшкәртеүҙә һәм нефтехимияла автоматика б‑са махсус КБ-ның Башҡ‑н филиалы тип үҙгәртелә, 1977 й. алып “Нефтехимавтоматика” ҒПБ-ның Башҡ‑н махсус КБ, 1995 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше: нефтехимия һәм нефть эшкәртеү продукцияһының сифатын тикшереү өсөн автоматик аппараттар эшләү һәм етештереү.

“Вихрь” ғилми конструкторлыҡ-технология бюроһы, ФДУП. 1973 й. ӨАИ эргәһендә Йышлыҡты ярым үткәргесле үҙгәрткестәр махсус конструкторлыҡ-технология бюроһы булараҡ ойошторола, 1982 й. — ӨАИ эргәһендәге “Вихрь” махсус конструкторлыҡ‑технология бюроһы, 1990 й. хәҙ. исемен ала, 2005 й. хәҙ. статусын йөрөтә. Машиналар эшләү сәнәғәте, оборона, ракета-космос техникаһы мәнфәғәттәрендә асыштар проектлау, эшләү һәм файҙаланыуға индереүҙе тормошҡа ашыра.

БР “Искра” инновациялы ғилми-тикшеренеү үҙәге, ДУП. 1981 й. ӨАИ эргәһендә Электр технологияһы махсус конструкторлыҡ-технология бюроһы булараҡ ойошторола, 1992 й. ӨДАТУ эргәһендәге “Искра” ғилми конструкторлыҡ-технология бюроһы тип үҙгәртелә, 1997 й. хәҙ. статусын, 2004 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

“Тантал” махсус конструкторлыҡ-технология бюроһы. 1979 й. ӨАИ эргәһендә “Тантал” үтә һығылмалылыҡ махсус конструкторлыҡ-технология бюроһы булараҡ ойошторола, 1997 й. ӨДАТУ эргәһендәге “Искра” ғилми конструкторлыҡ-технология бюроһына ҡушыла.

“СКБВитязь”, ЯСЙ. Ишембай “Витязь” транспорт машиналары эшләү заводы эргәһендә махсус конструкторлыҡ бюроһы булараҡ ойошторола. Автобус һәм троллейбус мостарын, яңы һыу йылытыу ҡаҙандарын эшләү һәм ғәмәлдәге ике звенолы вездеходтарҙы модернизациялау м‑н шөғөлләнә. Пр‑тиелар составында “Молния” һәм “Гидромеханика” (ҡара: “Гидравлика”) тәжрибә КБ‑лары һ.б. эшләй.

Шулай уҡ ҡара: Авиатөҙөлөш.

Ф.Р.Исмәғилев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019