Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕСӘЙ ТАРЫҺЫ ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 1087

БЕСӘЙ ТАРЫҺЫ ҺЫМАҠТАР (Amaranthaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. 65 заты, яҡынса 900 төрө билдәле, ике ярымшарҙың тропик һәм субтропик, һирәгерәк уртаса бүлкәттәрендә таралған. Бер һәм күп йыллыҡ үлән, һирәкләп ҡыуаҡ һәм тәпәш мәңге йәшел ағас. Башҡортостанда амарант затының 5 төрө үҫә. Бер йыллыҡ нитрофиль яҡтылыҡ яратыусы үлән. Һабағы тармаҡлы, төҙ, һирәгерәк йәйенке, күп төрҙәренеке һутлы.

Япрағы ғәҙәттә һаплы, эре, ябай, сиратлы йәки ҡапма-ҡаршы, бөтөн, тигеҙ ситле, йәшел йәки ҡыҙғылт; сәскә эргәһе япраҡтары сәскәләргә яҡын, ҡоро, тиресәле, йыш ҡына сағыу төҫтә. Сәскәһе ваҡ, төҫһөҙ, дөрөҫ төҙөлөшлө, ике йәки бер енесле, сәскә эргәлеге ябай (ҡайһы бер төрҙәрҙә юҡ), йышыраҡ 3—5 ирекле йәки нигеҙендә өлөшләтә ҡушылып үҫкән ярылы япраҡтан тора. Һеркәсе 5, һирәгерәк 1—4, нигеҙендә ялпаҡ өҫтәмә үҫентеле (ялған стаминодиялар) ҡыҫҡа көпшә булып ҡушылып үҫкән. 2—4 емеш япрағынан торған емешлеге 2—4 ҡалаҡсалы йәки башлы емешлек ауыҙы м‑н, емшәне өҫкө, бер оялы. Сәскәлеге дихазияларҙан торған башаҡ йәки һепертке һымаҡ. Ел һәм бөжәктәр ярҙамында һеркәләнә. Емеше ҡатмарлы эләктергесле (үҙгәргән ян сәскәләре йәки уларҙың төркөмдәре), сәтләүек һымаҡ, ҡалын тиресәле емеш эргәлеге м‑н (ҡапсыҡ), һирәкләп еләк йәки ҡумта, хайуандар ярҙамында тарала. Яланда, ташландыҡ ерҙә, парктарҙа һәм баҡсаларҙа үҫә. Мал аҙығы, һитәле үҫемлек һәм ҡый үләне, алама амаранттың йәш тамыры һәм үрендеһе ашарға яраҡлы. Б.т.һ. күп төрҙәре составында алкалоидтар, дуплау матдәләре, сапониндар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Башҡортостанда ҡырлы, йәки әтәс кикреге һымаҡ целозияның культуралы формалары декоратив маҡсатта үҫтерелә.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: