Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘМҒОЛОВ Фәттәх Ғәфүрйән улы

Просмотров: 940

ШӘМҒОЛОВ Фәттәх Ғәфүрйән улы [4.8.1921, АСБР‑ҙың Юрматы кантоны 2‑се Ялсы а., хәҙер БР‑ҙың Күгәрсен районы Ялсы а., — 19.4.1945, Моравска‑Острава ҡ. эргәһендә (Чехословакия), Пшина ҡ. ерләнгән, Польша], Советтар Союзы Геройы (1946). Майор. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск хәрби пехота училищеһын (1941), “Выстрел” РККА‑ның командирҙар составын камиллаштырыу юғары атыу‑тактика курстарын (1942) тамамлаған. 1940 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1942 й. майынан Брянск, Үҙәк, 1‑се һәм 4‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 38‑се армияның 101‑се уҡсылар корпусы 183‑сө уҡсылар дивизияһы 227‑се уҡсылар полкының командир урынбаҫары майор Ш. 1945 й. 18—19 апрелендә Моравска‑Острава ҡ. тирәһендә Опава й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1946), Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1945), 3‑сө дәрәжә Кутузов (1945), Александр Невский (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары менән бүләкләнгән. Ш. исеме Күгәрсен районының Ялсы һәм Мораҡ аа. урамдарға бирелгән; шул уҡ райондың Хоҙайбирҙе а. ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ, Мораҡ а. һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.12.2022