Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘМСЕТДИНОВА Мәсғүҙә Ислам ҡыҙы

Просмотров: 1302

ШӘМСЕТДИНОВА Мәсғүҙә Ислам ҡыҙы (1.7.1955, БАССР‑ҙың Асҡын р‑ны Ҡышлауйылға а.), композитор. Филос. ф. канд. (2001). ТР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1993). РФ һәм ТР (1982), Вашингтон штаты (АҠШ, 2002) Композиторҙар сою­зы ағзаһы. Ҡазан консерваторияһын тамамлаған (1979; А.Б.Луппов класы). 1996—97 йй. Короллек музыка колледжында (Стокгольм) стажировка үтә. 1979—80 йй. һәм 1985—91 йй. ТАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑тында эшләй; 1980—85 йй. Ҡазан ҡурсаҡ театрының музыка бүлеге мөдире, 1991—94 йй. Ҡазан консерваторияһындағы Волга буйы халыҡтары музыкаһы кабинеты мөдире. 2002 й. алып АҠШ‑та йәшәй һәм эшләй.

Ш. музыкаһы сағыу мелодика, жанрҙар төрлөлөгө һәм синтезы м‑н айырылып тора. Ижадында халыҡ йыр традицияларына һәм йолаларына мөрәжәғәт итә. Ш. тарафынан Ғ.Туҡайҙың “Кәзә менән һарыҡ тураһында әкиәт”е мотивтары б‑са “Кәзә менән һарыҡ” опереттаһы (“Коза и баран”; 1980), “Болоттарҙағы көмөш ҡалаҡ” балеты (“Серебряная ложка в облаках”; 1994), “Ҡәҙер кисе” оратория‑балеты (“Ночь предопределения”; 2000), “Мәүлит ән‑Нәби” ораторияһы (“Маулид ан‑Наби”; 2006), “Әҙәм балалары” (“Дети Адама”; 1993), “Фатима менән һандуғас” (“Фатима и соловей”; 2001) кантаталары, “Мәһҙи” рок‑фольклор сюитаһы (“Магди”; 1989), “Ҡорбан байрамы” муз.‑драматик әҫәре (“Праздник Курбана”; 1992) яҙыла. Вокаль әҫәрҙәре араһында Ғ.Туҡай шиғырына “Мөхәббәт йыры” (“Песня любви”; 1986), “Ҡаҙҙарҙың ҡауышыу бейеүе” хор өсөн әҫәре (“Брачные танцы гусей”; 2000) циклдары бар. Ш. инструменталь әҫәрҙәренә тарихи‑фәлс. тематика хас: “Туҡай әкиәттәре” симфоник сюитаһы (“Сказки Тукая”; 1987), “Сыңғыҙхан” симфонияһы (“Чингизхан”; 2004) һ.б. Камера‑инструменталь ижады “Ауылда үткән бала сағым” сюитаһы (“Деревенское детство моё”; 1988), “Дала вариацияла­ры” халыҡ музыка ҡоралдары оркестры өсөн әҫәре (“Степные вариации”; 1999) һ.б. м‑н бирелә. 30‑ҙан ашыу спектаклгә, ш. иҫ. “Нур”, Туймазы татар драма театры спектаклдәренә, к/ф һәм телеспектаклдәргә йыр һәм музыка авторы. “Нау­руз” Халыҡ‑ара төрки халыҡтар (Ҡазан, 2002), “АРТ‑ОРДО” театр сәнғәте (Бишкәк, 2003) фестивалдәре лауреаты.

Э.Ә.Нәбиева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: