Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАРБАҠ ЭВЕРНИЯ

Просмотров: 1088

ТАРБАҠ ЭВЕРНИЯ (Evernia divaricata), пармелия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайниктар төрө. Талломы ҡыуаҡлы, оҙонлоғо 8—40 см, һаҡал рәүешле, һалынҡы, йомшаҡ, аҡһыл йәки һарғылт‑йәшкелт төҫтә, ҡуйы тармаҡлы, ҡайһы берҙә псевдогомфы бар (ҡайһы бер ҡыуаҡлы лишайниктарҙың беркетелеү ағзаһы). Айырсалары 1—2, тармаҡланыу урынында 3—5 мм тиклем ҡалынлыҡта, радиаль тигеҙһеҙ, һирәкләп яҫы йәки таҫма формаһында, остарында — яйлап нескәрә, тигеҙһеҙ йомронан алып цилиндр формаһына тиклем, ваҡ ябай йәки тармаҡланған үҫентеле, оҙонлоғо 2—5 мм. Айырсаларының өҫкө йөҙө лакуноз‑соҡорсалы, ҡулса формаһындағы ярыҡлы, ул ярыҡтар аша үҙәк ҡатламы күренә. Апотецияларының (һирәк үҫешә) диам. 1,5—3 мм, йомро, көрән дискылы һәм талломлы нескә ситле. Башлыса Бөрйән (Башҡорт ҡурсаулығы, Ҡыраҡа һырты; Ағиҙел й. үҙәндәрендә, Тәрән‑Соҡор шишмәһе тамағында) һәм Белорет (Көньяҡ Урал ҡурсаулығы) р‑ндарының тау урмандарындағы ылыҫлы ағастарҙың олондарында һәм ботаҡтарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.Е.Журавлёва

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: