Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҠТИСАДИ СӘЙӘСӘТ

Просмотров: 1210

ИҠТИСАДИ СӘЙӘСӘТ, иҡтисад менән идара итеү өлкәһендә дәүләт учреждениелары һәм ижтимағи ойошмалар тарафынан тормошҡа ашырылған закондар сығарыу, башҡарма һәм контролдә тотоу саралары системаһы. Дәүләт ҡабул иткән иҡт. стратегия сиктәрендә бойомға ашырыла, донъя баҙарында милли иҡтисадтың конкурентлы өҫтөнлөктәрен, иҡт. һәм соц. тотороҡлолоҡто, етештереү һөҙөмтәлелеген күтәреүҙе һәм йәмғиәт ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүҙе тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Монополияға ҡаршы сәйәсәт, бюджет‑һалым (фискаль), тышҡы иҡт., демографик сәйәсәт, инвестицион сәйәсәт, фәнни‑техник (инновацион), социаль сәйәсәт, структур, таможня, финанс‑кредит, экология сәйәсәтен һ.б. үҙ эсенә ала. И.с. объекттары булып тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, аҡса әйләнеше, халыҡтың эш менән тәьмин ителеүе, конкуренция, түләү балансы һ.б. тора. СССР‑ҙа И.с. адм.‑команда иҡт. үҫтереүгә йүнәлтелә (ҡара: Биш йыллыҡ пландар). 20 б. 90‑сы йй. алып баҙар иҡтисадына күскәндән һуң РФ‑тың И.с. дәүләт милкен хосусилаштырыу, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген, баҙар фондын үҫтереү, баҙар мөхите булдырыу, инвестицион климатты яҡшыртыу, һалымдарҙың дәртләндереүсе ролен көсәйтеү һ.б. юлдар м‑н иҡт. яңыртыу һәм либералләштереүгә йүнәлтелә. Башҡортостанда И.с. “Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ‑ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында” килешеүенә ярашлы башҡарыла. “2008—2012 йылдарға ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү (2007), 2020 й. тиклем БР‑ҙың соц. ‑иҡт. үҫеш стратегияһы, 2015 й. тиклем БР‑ҙың Банк секторы үҫеш стратегияһы, 2025 й. тиклем БР‑ҙың демографик сәйәсәт концепцияһы программалары, 2012 й. тиклем БР‑ҙың кластер сәйәсәтен тормошҡа ашырыу б‑са саралар планы, Индустриаль парктар тураһында положение (бөтәһе лә — 2009 й.) һ.б. ҡабул ителгән. БР И.с. төп йүнәлештәре: конкуренцияға һәләтле иҡтисад һәм инфраструктура төҙөү һәм үҫтереү, заманса технологиялар индереүҙе стимуллаштырыу, фәнгә таянған һәм юғары технологиялы продукция етештереү күләмен арттырыу, ауыл хужалығын үҫтереү, банк секторының финанс стабиллеген һаҡлау һәм тотороҡло эшләүен тәьмин итеү, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарын ҡарауға киткән сығымдарҙы оптималләштереү, халыҡтың ярлылыҡ кимәлен кәметеү һ.б. 1996—2003 йй. БР‑ҙа “Ағиҙел” (Ағиҙел ҡ.), “Күмертау”, “Авангард” (“Авангард”, Стәрлетамаҡ ҡ.), “Башсельмаш” (“Башсельмаш”), “Белорет һәм Белорет р‑ны” (ҡара: Ирекле иҡтисади зона) иҡт. йәһәттән уңайлы шарттар булдырылған зоналар эшләй.

О.Е.Малых

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: