Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРХЕОЛОГИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР

Просмотров: 1181

АРХЕОЛОГИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР, археологик мираҫ объекттарын (ҡара: Археологик ҡомартҡылар) асыҡлау һәм өйрәнеү б‑са ялан фәнни‑тикшеренеү саралары. Археологик разведка (археологик ҡомартҡыларҙы асыҡлау, улар т‑дағы мәғлүмәттәрҙе аныҡлау йәки уларҙың һаҡланыуын тәьмин итеү б‑са саралар үткәреү маҡсатында башҡарыла) һәм ҡаҙыу эштәренән (мәҙәни ҡатламдарҙы ҡаҙыу, археологик табылдыҡтарҙы сығарып алыу) тора. А.э. Мәҙәни мираҫты һаҡлау өлкәһендә ҡануниәт үтәүҙе күҙәтеү б‑са федераль хеҙмәт тарафынан тикшеренеүсе (экспедиция етәксеһе) исеменә бирелгән эштәр алып барыу хоҡуғы биргән рөхсәт (Асыҡ бит) нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Экспедиция тамамланғандан һуң археологик ҡомартҡыларҙы тикшереү барышы һәм һөҙөмтәләре т‑дағы мәғлүмәттәрҙән ғилми отчёт төҙөлә.

Башҡортостанда тәүге археологик тикшеренеүҙәр (ҡара: Археология) Академик экспедициялар барышында үткәрелә, Варна кәшәнәһе, Ҡарғалы, Игнатьев ғибәҙәтханаһы һәм Ырымбур губернаһындағы башҡа боронғо археологик ҡомартҡылар тасуирлана. 19 б. (Р.Г.Игнатьев етәкс.) Байыш ҡурғандары, Кесе кәшәнә, Мораҡай ҡурғандары һ.б.; 20 б. башында Көньяҡ Уралдағы бронза быуаты ҡомартҡылары (Баланбаш, Кесе Ҡыҙыл торамаһы), М.И.Касьянов тарафынан Касьянов тораһы, Касьянов ҡаласығы, Ҡормантау торағы, Өфө ҡәберлектәре, Табын ҡаласығы һ.б. өйрәнелә. 20‑се йй. аҙ. — 30‑сы йй. башында археологик тикшеренеүҙәр Башҡортостан комплекслы экспедицияһының антропологик отряды (етәкс. С.И.Руденко) эшмәкәрлеге м‑н бәйле. 50‑се йй. Урал ун‑тының (Свердловск ҡ.) Көньяҡ Урал А.э. Ағиҙелдең урта ағымы басс. (В.П.Викторов, В.Д.Викторова, К.В.Сальников һ.б. етәкс.); Воскресенка һәм Имәндәш ҡаласыҡтары, Ҡормантау торағы һ.б. иртә тимер быуат ҡомартҡыларына археологик тикшеренеүҙәр үткәрә, Өфө II ҡаласығын өйрәнеү башлана. СССР ФА Археология ин‑ты Башҡ‑н археологик экспедицияһының разведка отряды етәкс. А.П.Шокуров 900‑ҙән ашыу археологик ҡомартҡы (Биктимер археологик комплексы, Бишуңғар ҡурғандары, Яңы Ҡабан ҡаласығы, Иҫке Мошто ҡаласығы һ.б.) аса. 50‑се йй. аҙ. — 60‑сы йй. Н.А.Мәжитов — Бөрө ҡәберлеген, М.Х.Садиҡова — Көньяҡ Уралдың иртә күскенселәре ҡомартҡыларын (Иҫке Ҡыйышҡы ҡурғандары), А.Х.Пшеничнюк — урман райондарының ултыраҡ ҡәбиләләре ҡомартҡыларын (Биктимер археологик комплексы, Шипов археологик комплексы), Ю.А.Морозов бронза быуатының ҡурған ҡәберлектәрен өйрәнә башлай. Урал археологик экспедицияһы (етәкс. В.Ф.Генинг) иртә Урта быуат ҡомартҡыларын өйрәнә. 60‑сы йй. ш. уҡ Башҡорт дәүләт университеты Сальников, С.М.Васюткин, Г.И.Матвеева етәкс. А.э. үткәрә (Романовка торамалары, Һынташтамаҡ ҡурғандары), М.Ф.Обыдённов, В.С.Горбунов бронза быуаты ҡомартҡыларын (Иштуған ҡурғандары, Илмырҙа, Михайловка торалары, Иҫке Ҡабан ултырағы II) өйрәнә башлай. 60—70‑се йй. Көньяҡ Урал һәм Түбәнге Кама А.э. (етәкс. О.Н.Бадер) Мораҙым тораһы һәм яҙыуын, Урта Түбә, Шүлгәнташты һ.б. тикшерә. 80‑се йй. Горбунов, Морозов, Обыдённов иртә бронза быуаты ҡомартҡыларын өйрәнеүҙе дауам итә, Пшеничнюк Көньяҡ Урал далаларында күскенселәр ҡурғандары б‑са тәүге тикшеренеүҙәр үткәрә, Мәжитов — Көньяҡ Уралдағы тимер быуат һәм Урта быуат, ш. иҫ. Алтын Урҙа осоро ҡомартҡыларын, В.А.Иванов тимер һәм иртә Урта быуаттарҙың ҡурғанлы ҡәберлектәрен өйрәнә. Пшеничнюк етәкс. А.э. барышында Филипповка ҡурғандарында көмөш һәм алтын әйберҙәрҙең уникаль коллекцияһы табыла. 90‑сы йй. Башҡортостандың Урал аръяғындағы һ.б. археологик ҡомартҡылар өйрәнелә. 2003 й. Көнсығыш иҡтисад, гуманитар фәндәр, идара итеү һәм хоҡуҡ институты — Яңы Буранғол ултырағын (В.К.Фёдоров етәкс.), 2004 й. СДПА — Башҡортостандың көньяҡ райондарында Переволочан ҡурғандарын, Яковлевка археологик комплексын һ.б. бронза һәм иртә тимер быуат ҡомартҡыларын (етәкс. С.В.Сиротин), 2005 й. Бөрө социаль‑педагогия академияһы Биктимер ҡаласығын, Түбәнге Сарды тораһын һ.б. (етәкс. И.М.Аҡбулатов) өйрәнә. 21 б. башында В.Г.Котов — Заповедный ғибәҙәтханаһын, Шүлгәнташ һәм таш быуаттың башҡа ҡомартҡыларын, Ф.А.Сөнғәтов — Дежнев ҡурғандарын, Ҡаранай ҡурғандарын, Г.Н.Гарустович, А.Ф.Йәминев — Берек‑Алға торағын, Морозов — Николаевка ҡәберлеген, Мәжитов Өфө II ҡаласығын тикшереүҙе дауам итә. Башҡортостанда А.э. барышында үткәрелгән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә ҙур күләмле археологик материал туплана, ул халыҡ һәм ҡәбиләләр тарихын тергеҙергә, бөтә тарихи-мәҙәни һәм тарихи дәүерҙәрҙең археологик мәҙәниәттәрен айырырға мөмкинлек бирә. Йыйылған археологик материалдар Археология һәм этнография музейы, Милли музейҙың  һ.б. коллекциялары нигеҙен тәшкил итә.

Ю.А.Морозов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: