Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭКСТРАГЕНТТАР

Просмотров: 1130

ЭКСТРАГЕНТТАР, экстракция өсөн һайланма эреткестәр. Э. нейтраль — алифатик спирттар, һыу, карбониллы берләшмәләр, нефть сульфоксидтары, фосфиноксидтар, фосфорорганик берләшмәләрэфирҙар һ.б.; әсе — алкилфенолдар, нафтен, фосфорорганик, карбон кислоталарысульфокислоталар, хелат барлыҡҡа килтергән берләшмәләр (гидроксиок‑ симдар, алкилгидроксихинолиндар); төп — аминдар, дүртенсел аммоний, арсоний һәм фосфоний нигеҙҙәре, триоктиламин тоҙҙары һ.б. төрҙәре айырыла. Э. төп талаптар: химик (ҡайһы берҙә радиацион) тотороҡлолоҡ, рафинатта түбән иреүсәнлек, янмау, tяныу 60°С юғары булыуы, шыйыҡлаусылар м‑н ярашыусанлыҡ, сәнәғәт өсөн регенерацияланыу. Маҡсатлы компоненттарҙың эреүсәнлеген күтәреү өсөн сығарылыш фазаһында Э. сифатында эреткестәр, модификаторҙар һәм шыйыҡлаусылар ҡатышмаһы ҡулланыла. Нефть ҡыуыу (бензинкәрәсин), нефтехимия синтезы һ.б. ярҙамында алына. Трибутилфосфат башлыса актинидтар, лантанидтар, гафний, цирконий һ.б.; ди(2‑этилгексил) фосфор к‑таһы — ванадий, кобальт, лантанидтар, никель, уран; беренсел аминдар — саф ағалтын металдарын; икенсел аминдар — ванадий, вольфрам, уран; алкилгидроксихинолиндар — баҡыр алыу, фосфиноксидтар металл һәм уларҙың эреткестәрен таҙартыу өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда нефть эшкәртеү һәм нефтехимия пр‑тиеларында Э. сифатында гликолдәр — ароматик углеводородтарҙы, С4—С10 алифатик спирттары полиэтиленполиаминдарҙыбутил спирттары — майҙарҙы экстракциялау, фенол минераль майҙарҙы һ.б. парафинһыҙлаштырыу һәм таҙартыу өсөн файҙаланыла. Нефть сульфоксидтары — Нефтехим тәжрибә заводында; этилендиаминтетрауксус к‑таһының динатрий тоҙо дигидраты, дүрт хлорлы углерод “Уфахимпром” ААЙ‑нда сығарыла. Метилэтилкетон, түбән молекуляр полиэтиленоксид Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑нда; бензолксилол, ш. уҡ Э. етештереү өсөн синтетик май спирттары — Уфанефтехим”; ацетонфенолэтил спирты Уфаоргсинтез” ААЙ‑нда; глицериндихлорэтан, дүрт хлорлы углерод “Каустик” пр‑тиеһында етештерелә. 70‑се йй. башында Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда Э. сифатында фурфурол, парафинлы бензин (газойлдән парафин‑нафтен һәм моноциклик углеводородтарҙы алып ташлау өсөн; М.Ф. Бондаренко, В.М.Колычев), нефть эреткестәре (эфир майҙарын, үҫемлектәр сеймалынан майҙар, ыҫмалалы матдәләр алыу; асфальт‑ыҫмала ултырмаларын алып ташлау, файҙаланылған эреткестәрҙе регенерациялау өсөн); Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда технологик һыу конденсатын таҙартыу өсөн фенол Э. сифатында — эшкәртелмәгән нефть; Химия ин‑тында (Ю.И.Муринов, Ю.Е.Никитин) саф ағалтын, радиоактив металдар, лантанидтар, төҫлө (баҡыр, кобальт, цинк), һирәк (ерҙәһирәк элементтар, гафний, цирконий) һәм аҫыл металдар Э. сифатында — нефттең көкөрторганик берләшмәләре тәҡдим ителә; Норильск тау‑металлургия комб‑ты өсөн палладий Э. тәжрибә партияһы эшләнә. Шулай уҡ азоторганик берләшмәләр, фосфорорганик берләшмәләр нигеҙендәге Э. өйрәнелә. Төҫлө һәм саф ағалтын металдар Э. итеп ҡайһы бер аминдар, триазол сығарылмалары, актинидтар һәм лантанидтар Э. — пикролон к‑таһы һәм сульфоксидтар ҡатышмаһы тәҡдим ителә. Затлы металдар Э. яңы класы (амин‑, кетосульфидтар) эшләнә (Н.Ғ.Афзалетдинова, Муринов, Р.Ә. Хисаметдинов). Гетероатом берләшмәләренең экстракция үҙсәнлектәре өйрәнелә (А.А.Гаврилова, В.С.Колосницын, С.В.Никитина).

Ю.И.Муринов 

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: