Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭКСТРАКЦИЯ

Просмотров: 1103

ЭКСТРАКЦИЯ, һайланма эреткестәр (экстрагенттар) ярҙамында шыйыҡ йәки ҡаты матдәнең ҡатышмаһын айырыу процесы. Ҡаты есемдән һыу м‑н Э. —һелтеһеҙләндереү. Экстрагент м‑н бүленә торған ҡатышманың үҙ‑ара тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә алынған матдә эреткескә күсә; яңынан барлыҡҡа килгән фазалар тондороу, фильтрлау, центрифугалау, икенсе матдә (тоҙ) ҡушыу, кристаллаштырыу ярҙамында айырыла; һәр фазанан экстрагентты алып ташлау һәм регенерациялау йылытыу, дистилляция, быуға әйләндереү (экстрагентты тулыһынса алып ташлау йыш осраҡта ауыр) юлы м‑н башҡарыла. Экстрагенттағы айырып алынған матдәнең эретмәһе — экстракт, башланғыс эретмә йәки ҡаты матдәнең ҡалдығы — рафинат. Э. өҫтөнлөктәре: түбән эш т‑ралары, юғары һайлап алыусанлыҡ, универсаль булыуы, шыйығайтылған эретмәләрҙән матдәләрҙе рентабелле айырып алыу, яҡын ҡайнаған компоненттарҙы, азеотроп ҡатышмаларҙы бүлеү мөмкинлеге, башҡа технологик процестар м‑н яраша алыуы (ректификация, дистилляция), аппаратура ябайлығы. Э. төп характеристикаһы — бүлеү коэф. (органик фазалағы экстракциялана торған матдә концентрацияһының тигеҙлек барлыҡҡа килгәндән һуң һыу фазаһындағы матдә концентрацияһына бәйләнеше). Масса алмаштырыу аппараттарында башҡарыла (экстракторҙар). Нефть эшкәртеү сәнәғәтендә, металлургияла, фарм., аҙыҡ‑түлек сә­нәғәтендә, радиохимияла, аналитик химияла, биотехнологияла, ағынты һыуҙарҙы таҙартыуҙа файҙаланыла. Башҡортостанда Э. 20 б. 30‑сы йй. алып Ишембай НЭЗ‑ында (В.Ф. Гресев, Н.М.Иванова, Г.З.Иҙиәтуллин һ.б.) дизель яғыулығынан сульфидтарҙы айырыу өсөн ҡулланыла. Бөтә Союз үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары ҒТИ‑ның Өфө филиалында Э. м‑н ағынты һыуҙарҙы таҙартыу ысулдары эшләнә (М.С.Бәкеров, И.К.Деринг, Э.Л.Шолохова һ.б.). 50—60‑сы йй. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда, Нефтехимия производ­стволары ҒТИ‑нда, ӨНИ‑лә һелтеле металдарҙың фосфаты м‑н бензинды һәм шыйығайтылған газдарҙы көкөртлө водородтан (Б.Е.Станкевич, А.С.Эйгенсон), һыу конденсаттарын фенолдан (Өфө НЭЗ‑ында индерелгән) таҙартыу; диметилформамид м‑н ароматик углеводородтарҙы көкөртлө нефттән (Б.М.Грошев, В.А.Кутов), пропан‑бутан ҡатышмаһы м‑н асфальтендарҙы нефть ҡалдығынан (асфальтһыҙлаштырыу), карбамид м‑н парафинды дизель яғыулығынан (парафинһыҙлаштырыу; Б.В.Клименок, Ф.А.Чегодаев) экстракциялау; экстрактив дистилляциялау һәм баҡыр‑аммиак Э. интенсификациялары (А.С.Исханов, А.Д.Линьков), углеводород системаларының Э. (Ә.З.Бикҡолов, Ғ.К.Йыһаншин, А.А.Кондратьев, М.З.Максименко, Б.К.Марукшин) технологиялары уйлап табыла, яңы сәнәғәт экстракторҙары эшләнә (К.Ф.Богатых, Йыһаншин, Максименко, И.А.Мнушкин). 50‑се йй. аҙ. Химия ин‑тында тәүге тапҡыр нефть сульфоксидтары м‑н затлы металдарҙы, ерҙә һирәк осрай торған элементтарҙы экстракциялау, нефть продукттарын (Н.К.Ляпина, Ю.И.Муринов, Ю.Е.Никитин, Р.Д.Оболенцов һ.б.), меркаптандарҙы таҙартыу (А.И.Воробьёва, Е.А.Макова, Г.М. Прохоров) ысулдары тәҡдим ителә. Моно‑һәм полифункциональ органик берләшмәләрҙе сульфоксидтар һ.б. сольватациялаусы эреткестәр м‑н экстракциялау, биологик актив матдәләр Э. механизмдары өйрәнелә; линкомицинды реэкстракциялау эшләнә (Н.Л.Егуткин). ӨДНТУ‑ла урта нефть фракцияһы Э. тикшерелә (Н.Н.Красногорская). Э. өсөн ҡулайламалар “IMPAengineering” ЯСЙ, “ВЭНТА” ҒПБ (икеһе лә — Өфө) фәнни‑производство фирмалары тарафынан модернизациялана һәм эшләнә. Контакт ҡоролмаларын “БАСЭТ” ҒПП ЯСЙ, колонна ҡорамалдарын — “Салаватнефтемаш”, “Уралтехнострой‑Туймазыхиммаш”, “Нефтехиммаш” (Күмертау ҡ.) ААЙ‑лары, “Петон” ҒПП ЯСЙ (Өфө, Салауат ҡҡ.) сығара.

Ю.И.Муринов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: