Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭЛЕКТР ЯРҘАМЫНДА УЛТЫРТЫУ

Просмотров: 1144

ЭЛЕКТР ЯРҘАМЫНДА УЛТЫРТЫУ, электр‑химик ҡайтарыу һөҙөмтәһендә электрод өҫтөндә фазаның барлыҡҡа килеүе. Ябай тоҙло һыу эретмәләренән металдарҙы (алтын, көмөш, баҡыр, ҡурғаш, кадмий, тимер, цинк, марганец һ.б.); юғары кире электрод потенциалы булған һыуһыҙ эретмәләрҙән йәки тоҙҙар иретмәһенән (алюмин, магний, бериллий, цир­коний һ.б.) Э.я.у. айырыла. Ҡайһы бер элементтар (вольфрам, молибден, фосфор, көкөрт) тимер төркөмө металдары м‑н иретмәлә айырылырға мөмкин. Сикләнеүле диффуз тогы режимында Э.я.у. м‑н онтаҡ рәүешле ултырмалар, түбәнерәк ток булғанда — тығыҙ металл ҡатламдары; эретмәлә бер нисә металл иондары булғанда һәм уларҙың берлектәге разрядтарында — иретмәләр; иондар разрядының потенциалын яҡынайтҡанда йәки электр яғынан ыңғайыраҡ булған металдың разрядын тотҡарлағанда — иретмәләрҙең компактлы ҡатламдары, эре металл булмаған өлөшсәләр м‑н бергә ултырғанда композицион ҡаплауҙар (абразив, антифрикцион) алына; ҡайһы берҙә аморф системалар (металл быялалар) барлыҡҡа килә. Электрод өҫтөндәге токтың тигеҙ бүленеүе (ҡатмарлы формалы изделиеларға ҡаплауҙар өсөн) эретмәнең электр‑химик полярлашыуына, Ом ҡаршылығына, ҡушылмалар м‑н бергә ултырыуына (водородлы муртланыу) һәм ток б‑са металдың локаль сығыуына бәйле. Металдарҙы Э.я.у. ғәҙәттә, тигеҙ булмаған шарттарҙа, эретмәнең адсорбция компоненттары булғанда бара. Т‑ра күтәрелеүе, бутау тиҙлегенең интенсивлығы, ток тығыҙлығының түбәнәйеүе эрерәк һәм камил кристалдарҙың үҫеүенә булышлыҡ итә. Э.я.у. гидроэлектрометаллургия һәм гальванотехника процестарына нигеҙләнә. Изделиеларҙың йөҙөнә физик‑механик үҙсәнлектәр: магнит (магнит үткәргестәре һәм магнит экрандары эшләү, электрон хисаплау машинаһының хәтер элементтары дискына эш ҡатламдары ҡуйыу), электр (тулҡын йөрөткөстәрҙең һәм баҫма платаларҙың ток үткәргес ҡатламдары, ҡаршылыҡ һәм йылытҡыс элементтары), юғары ҡатылыҡ, таушалыуға ҡаршылыҡ, сағылдырыу һәләте биреү, ш. уҡ түбән күсеү ҡаршылығы булған контакттарҙы ҡаплау өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда ӨМЭПБ‑ла, ӨПЭПБ‑ла, “Мотор” ҒПП‑нда, “Гидравлика” Өфө агрегат пр‑тиеһында баҡыр, никель, хром, цинк, аҡ ҡурғаш, затлы металдар, ҡайһы бер иретмәләрҙе, ш. иҫ. һы­ғылмалы гальваник линиялар рәүешендәге иретмәләрҙе, электрофоретик лак‑буяу һәм полимер ҡаплауҙарҙы (тефлон), металл булмаған йөҙҙәргә металл яғыуҙы Э.я.у. эшләнә һәм индерелә. “Автонормаль” з‑дында хром, баҡыр, никель, аҡ ҡурғаш, бронза һ.б. ултырмалар, ҡара һәм һары ҡаплауҙар рәүешендә, зәңгәр пассивация алымы м‑н цинк ҡаплауы ултыртыла. Шундай уҡ процестар Бәләбәй машиналар эшләү з‑дында, Күмертау авиация производство пр‑тиеһында, Стәрлетамаҡ станоктар эшләү з‑дында, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай машиналар эшләү з‑дтарында; аҡ һәм һары ултырмалар барлыҡҡа килтергән электролитик цинклау (ш. иҫ. барабандарҙа), хромлау һ.б. — Туймазы автобетоновоздар з‑дында (Е.П.Ҡаһирова, Д.В.Моргунов), Туймазы геофизика йыһаздары һәм аппараттары з‑дында (Р.Т.Фәхретдинов, И.Ғ.Хәйҙәров) үҙләштерелә. БДУ‑ла электролизда электр ҡырҙарын иҫәпләүҙең матем. ысулдары, хромлау ваҡытында ҡатмарлы профилле деталдәрҙе экранлау өсөн ҡоролмалар (В.Т.Иванов) эшләнә. ӨДАТУ‑ла кремний карбидының ультра ваҡ бөртөклө өлөшсәләренең ултыртылған никель‑фосфор эретмәһендәге көсөргәнешкә ҡушылыуы (И.Р.Асланян), хром, тимер, хром‑тимер иретмәләрен, стационар шарттарҙа һәм активлашыу осрағында хонингылау өсөн механик йәки башҡа ысул м‑н композицион ҡаплауҙарҙы Э.я.у. процестары тикшерелә (О.К.Аҡмаев, А.Р.Борғанова, В.И.Попов). Ташландыҡ тау тоҡомо өйөмө һәм ағынты һыуҙарҙан металдарҙы айырып алыуҙың электролитик процестары эшләнә (Попов, В.В.Саяпова, Н.Ә.Әмирханова).

В.И.Попов, Н.Ә.Әмирханова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: