Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГАЛЬВАНОТЕХНИКА

Просмотров: 1257

ГАЛЬВАНОТЕХНИКА, ғәмәли электрохимияның металл һәм металл булмаған изделиеларҙың өҫкө йөҙөнә электролитик юл м‑н металл ултыртыу процестарын үҙ эсенә алған өлкәһе. Г. изделиеларҙың өҫкө йөҙөн йоҡа (5—50 мкм) металл м‑н ҡаплау (гальваностегия) һәм уларҙың аныҡ металл күсермәләрен (матрицаларын) алыу (гальванопластика) инә. Г. электр ярҙамында кристаллашыу күренешенә нигеҙләнә. Гальваник ҡаплауҙы йүгертер алдынан изделиеның өҫтө йыуылып, механик юл м‑н һәм махсус эретмәләрҙә активлаштырып эшкәртелә; гальванопластика ваҡытында тоташыу ныҡлығын кәметеү өсөн әҙерләнмә өҫтө башҡа металл плёнкаһы йәки йоҡа графит  м‑н ҡаплана. Процесс даими ток тәьҫирендә электролитик ванналарҙа үткәрелә. Ҡаплана торған изделие — катод, катодҡа ултырған металл йәки иретмә — анод, туҙыуға, тутығыуға, юғары т‑раға сыҙамлылыҡ, электр үткәреүсәнлек һ.б. үҙенсәлектәре булған бер тигеҙ ҡалынлыҡтағы ҡаплама алыуҙы тәьмин итеүсе өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, крезол, фенол һ.б матдәләр өҫтәлгән тоҙҙар эретмәләре — электролит. Башҡортостанда Г. ҡулланыу 20 б. 40‑сы йй. башлана; 60‑сы йй. алып машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү пр‑тиеларында төп технологик процестарҙың береһе булып тора. Гальваностегия баҫма платаларҙы металлаштырыу, ток үткәргес һырҙар яһау, ғәҙәттән тыш үткәреүсән, магнитлы, тутығыуға сыҙамлы ҡаплауҙар алыу өсөн, биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм монументаль сәнғәт әйберҙәрен яһағанда; гальванопластика тулҡын үткәргестәр, фольга, селтәрҙәр, баҫма схемалар һ.б. яһау өсөн файҙаланыла. Күмертау авиация производство предприятиеһында, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә һ.б. пр‑тиеларҙа 60‑тан ашыу гальваника цехы һәм участкаһы эшләй, уларҙа ҡатмарлы профилле изделиеларҙың өҫкө йөҙөнә металдар һәм иретмәләр, композициялы материалдар ҡаплау технологиялары ҡулланыла. “Гидравлика” ААЙ‑нда — металдарҙы һәм иретмәләрҙе цинк, баҡыр, никель, кадмий, хром м‑н ҡаплау; “Автонормаль” ААЙ‑нда — оксидлау, фосфатлау, баҡыр, никель, хром, бронза, аҡ ҡурғаш, ш. уҡ ҡара, һары һәм зәңгәр төҫтә пассивлаштырып цинк м‑н ҡаплау; “БЭТО” ААЙ‑нда көмөш, алтын, баҡыр м‑н ҡаплау, алтын—кадмий иретмәһен ултыртыу башҡарыла; баҫма платалар етештереү үҙләштерелә. 80‑се йй. алып был пр‑тиеларҙа пластмасса изделиеларҙың өҫтөнә металл йүгертеү, ш. уҡ металл изделиеларҙың өҫтөнә полимер ҡаплау технологиялары файҙаланыла. 70‑се йй. башлап Авиация техник университетында һыуһыҙ эретмәләрҙән баҡыр ҡаплауҙар ултыртыу өсөн яңы электролиттар уйлап табыла, ышҡылыу әүҙемлеге артыу (ҡара: Трибология), хром—карбид һәм титан боридының электролитик композиция ҡаплауҙарын формалаштырыу шарттарында металдарҙың (тимер, никель, хром), иретмәләрҙең (хром—тимер) электр ярҙамында кристаллашыу процестары тикшерелә, туҙыуға сыҙамлы ҡаплауҙар алыу технологиялары эшләнә (Р.С.Вәхитов, Р.Х.Муллайәнов, В.И.Попов, С.Г.Ситдиҡова һ.б.).

Әҙәб.: Садаков Г.А. Гальванопластика. М., 1987; Грилихес С.Я., Тихонов К.И. Электрохимические и химические покрытия: теория и практика. Л., 1990.

Р.С.Вәхитов, В.И.Попов, Н.Ә.Әмирханова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019